Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Апрель 2021, 11:30
Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләү дауам итә
Һайлау участкаһына алып килеүҙә, шулай уҡ ололарға баҫҡыстан күтәрелергә ярҙам итергә әҙер булған кешеләр ҙә кәрәк.
Башҡортостандың Йәмәғәт штабы һайлауға 1152 йәмәғәт күҙәтеүсеһен уҡытты. Өфөнән – 801, ҡалған 351 кеше республиканың башҡа ҡалаларынан һәм райондарынан.
“1152 кеше Өфө ҡалаһында, Салауат, Иглин, Өфө һәм Благовещен райондарында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт штабының 2021 йылда һайлауҙа Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы программаһы һәм “НОМ” ассоциацияһы буйынса ойошторолған йәмәғәт күҙәтеүселәренең ике аҙналыҡ курстарында уҡыны”, – тип һөйләне Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса Башҡортостандың йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина матбуғат конференцияһында.
Бөгөн Кушнаренкола һәм Стәрлетамаҡта уҡыуҙар башланған. Урындарҙағы бындай семинарҙар бөтә республика буйынса 30 июнгә тиклем дауам итәсәк, йәғни 71 семинар уҙғарыласаҡ.
Бынан тыш, Йәмәғәт штабы гуманитар һөнәр студенттары өсөн йәмәғәт күҙәтеүе институты тураһында ағартыу лекция-дискурстарын ойоштора. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм йәмәғәт берләшмәләре менән, һайлау уҙғарыуҙы күҙәтеүҙә граждандар йәмғиәте вәкилдәренең үҙ-ара ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсатында, килешеү төҙөйәсәк. Бынан тыш, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре, штаб кандидаттары менән йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүҙәге маҡсаттарҙың, бурыстарҙың берлеге тураһында меморандум төҙөләсәк.
“Курстарҙа уҡығандарҙың күптәре үҙҙәре өсөн, тормош өсөн, эш өсөн күп файҙа алғандарын һөйләй, рәхмәт белдерә. Программаны квалификацияны камиллаштырыу тип атарға ла мөмкин”, – ти Ольга Панчихина.
Уҡығандарҙың күптәре күҙәтеүсе булған һәм әле белемдәрен яңырта, тулыландыра, икенсе өлөшө – яңы кешеләр, шулай уҡ бер нисә йыл рәттән участка һайлау комиссияһында рәйес булғандар ҙа бар. Штаб етәксеһе һүҙҙәренсә, йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға теләгән ирекмәндәрҙең уртаса йәше 40–55-кә тиң.
“Һайлау участкаһына алып килеүҙә, шулай уҡ ололарға баҫҡыстан күтәрелергә ярҙам итергә әҙер булған кешеләр ҙә кәрәк”, – ти Ольга Панчихина.
Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүгә, хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы (347) 218-17-74 телефоны,
nabludatel102@mail.ru
электрон почтаһы аша бирергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"