Өфөлә газонда, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡуйғандарға ҡарата көрәш дауам итә.
Ошо йәһәттән ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре көн һайын рейдтар ойоштора, автомобилдәргә протокол төҙөү өсөн килеүҙәрен иҫкәртеп белдереү ҡағыҙын ҡалдыра. Йыл башынан Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 924 протокол төҙөлгән.
“Күп осраҡта ҡайһы бер автомобиль хужалары үҙҙәренең транспортын газондарҙа, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдыра. Бындай тәртипһеҙ туҡталҡалар ойоштороу ҡаланы бысратып ҡына ҡалмай, ә кешеләргә уңайлы хәрәкәт итеүгә ҡамасаулай”, – ти Мәғлүмәт-аналитика идаралығы – ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Лариса Сәлихова.
Мәғлүм булыуынса, йәшеллекте боҙған өсөн кешеләргә һәм ойошмаларға штраф ҡаралған. Граждандар өсөн – бер-ике мең һум, ә вазифалы кешеләргә – биш-ун мең һум, ойошмаларға 20-30 мең һум штраф һалына. Икенсе тапҡыр боҙған осраҡта, штраф күләме ике тапҡыр арттырыла. Бындай тәртип боҙоу тураһындағы эштәрҙе ҡарау административ комиссия вәкәләттәренә инә.
Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, төп маҡсат – штраф һалыу түгел, ә газондарҙы һәм сәскә түтәлдәрен һаҡлау. Улар бер автомобиль үткәндән һуң уҡ яраҡһыҙға әйләнә. Бынан тыш, машиналар газондан сыҡҡанда тәгәрмәскә йәбешкән бысраҡ ҡала мөхитендә саң барлыҡҡа килтерә.
“Автомобилдәрегеҙҙе махсус бүленгән урында йәки махсус тәғәйенләнештәге автомобиль туҡталҡаларында ҡалдырыуығыҙҙы һорайбыҙ,” – тип мөрәжәғәт итәләр ҡала халҡына ҡала хакимиәтенән.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.