Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Апрель 2021, 06:20

Элина Ғатауллинаға яңы вазифа

Ул яңыраҡ Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эш башлағайны.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тағы бер тәғәйенләү тураһында билдәле булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитетының башҡарма директоры булып Элина Ғатауллина тәғәйенләнде. Быға тиклем ул республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе ине.
– Был тармаҡта эште көсәйтергә кәрәк. Белеүегеҙсә, әле беҙ ЮНЕСКО менән әүҙем эшләй башланыҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО эштәре буйынса республика Комитеты 1998 йылдың 25 ноябрендә Башҡортостан Президенты указы менән барлыҡҡа килде. Уның рәйесе – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Комитетҡа мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникациялар, йәштәр ойошмалары, алдынғы предприятиелар, ойошмалар һәм бизнес вәкилдәре, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшкәрҙәре инә. Оҙаҡ йылдар комитеттың башҡарма директоры булып Өлфәт Йомағужин торҙо.
Фото: profi.travel
Читайте нас