Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Алан Марзаев Башҡортостан Башлығының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.
Марзаев Алан Викторович 1973 йылдың 14 майында Төньяҡ Осетия – Аланияның Ардон ҡалаһында тыуған. Горск дәүләт аграр университетын, Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһының Дәүләт һалым инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы булып башлай. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Төньяҡ Осетия – Аланиялағы Дигора районы буйынса инспекцияһы етәксеһе, Федераль һалым хеҙмәтенең Владикавказ буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары, Мәскәү өлкәһенең Чехов районы хакимиәтендә контроль-ревизия идаралығы начальнигы, Рәсәй Президенты идаралығының Федераль Йыйылыш һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты советнигы, Финанс университетында кафедра доценты, Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе буйынса 18-се район-ара инспекцияһы начальнигы, артабан Домодедово ҡалаһы буйынса инспекция начальнигы була.
2019 йылда – Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе, 2020 йылда – республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе. 2020 – 2021 йылдарҙа республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры булды.