Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Апрель 2021, 17:50

Журналист хоҡуҡтары боҙолмаймы?

Түбәнге Новгород ҡалаһында ошо мәсьәләгә арналған ҙур кәңәшмә үтте. Унда Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов та ҡатнашты.

Бөгөн Түбәнге Новгород ҡалаһында, Рәсәй Президенты бойороҡтарын үтәү нигеҙендә, киң матбуғат саралары тураһындағы ҡануниәткә ярашлы журналистар хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙең өҫтәмә сараларына арналған кәңәшмә үтте. Бының кеүек кәңәшмәләр илдең барлыҡ федераль округтарында уҙғарыла, аҙаҡ уларҙың һөҙөмтәләре буйынса дәүләт Башлығына доклад тапшырыласаҡ.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты кәңәшсеһе – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе Валерий Фадеев, Волга буйы федераль округы буйынса Генераль Прокуратура идаралығы начальнигы Александр Окатьев, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий, вәкиллек хеҙмәткәрҙәре, видеобәйләнеш аша киң мәғлүмәт саралары мәсьәләләре менән шөғөлләнгән вице-губернаторҙар, Журналистар союзы вәкилдәре, баш федераль инспекторҙар, Эске эштәр министрлығы һәм Росгвардия етәкселеге ҡатнашты. Сарала Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов та булды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Игорь Комаров үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
“Һүҙ һәм киң мәғлүмәт саралары иреклеге – демократик йәмғиәттең иң мөһим принциптарының, Рәсәй Конституцияһы менән ҡаралған төп гарантияларҙың береһе. Журналистар хоҡуҡтарын яҡлау – йәмғиәт торошоноң мөһим күрһәткесе, уны тәьмин итеү федераль һәм төбәк властарының, хоҡуҡ һаҡлау органдарының, йәмәғәтселектең, журналистар берлектәренең дөйөм бурысы”, - тине ул.
Тулы хоҡуҡлы вәкил белдереүенсә, дөйөм алғанда, беҙҙең округта киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге буйынса юғары хоҡуҡи мәҙәниәт булдырылған. Журналистар хоҡуҡтарын боҙоу башлыса социаль әһәмиәтле мәғлүмәтте һәм киң мәғлүмәт саралары һорауҙарына ваҡытында яуап бирмәүҙән ғибәрәт.
Валерий Фадеев бер ниндәй ҙә яуапһыҙлыҡ тоймаған блогерҙар, интернеттағы "журналистар" проблемаһын күтәрҙе.
“Журналистар реестрын булдырыу буйынса тәҡдимдәр бар, тик ул саҡта берәүҙәре - “дөрөҫ”, икенселәре “дөрөҫ түгел” килеп сығасаҡ. QR-код менән аккредитациялау тәҡдиме бар, ул саҡта полиция хеҙмәткәре уларҙы тиҙ арала асыҡлай аласаҡ. Беҙҙең бурыс – урталыҡ табыу. Журналистарҙың хоҡуҡтары сикләнмәҫкә, ә хоҡуҡ һаҡсыларына эшләү еңел булырға тейеш. Уларҙың бер-береһенең хеҙмәтен хөрмәт итеүе зарур”, - тине ул.
Төбәктәрҙең власть органдары үҙҙәренең киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен уртаҡлашты. Һамар өлкәһе Журналистар союзы рәйесе Ирина Цветкова күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы күҙәтеү, уларҙа журналистар хоҡуҡтарын үтәү буйынса даими эшләгән координация штабы булдырырға тәҡдим итте. Түбәнге Новгород өлкәһе Журналистар союзы рәйесе Ольга Носова, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән журналистар хоҡуҡтары тураһында ныҡлы аңлатыу эше үткәреү кәрәк, тигән фекер әйтте.
Игорь Комаров әйтеүенсә, журналистар закон һәм йәмғиәт алдында яуаплы булырға тейеш. “Был һөнәр эйәләренең объективлығы мөһим – улар күҙе менән беҙ хәлде күрәбеҙ, теге йәки был ваҡиғаларға баһа бирәбеҙ”, ­- тине ул.
Кәңәшмә һуңында Игорь Комаров баш федераль инспекторҙарға төбәктәрҙә журналистар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары араһында хеҙмәттәшлекте көйләү буйынса кәңәшмәләр үткәрергә, журналистар хоҡуҡтары боҙолған бар яңғырауыҡлы осраҡтарҙы контролгә алырға ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, журналистар хоҡуҡтарын яҡлау темаһы былтыр декабрҙә дәүләт башлығының кеше хоҡуҡтары буйынса Совет вәкилдәре менән осрашҡан сағында күтәрелгәйне. Мәғлүмәттәр буйынса, журналистарҙың хоҡуҡтарын боҙоу, уларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡтар тыуҙырыу осраҡтары былтыр ғына 100-ҙән ашыу булған.
Фото: Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.
Читайте нас