Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2021, 10:00

Ауыр мәлдә юғалып ҡалманыҡ

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Бөгөн илдә мөһим сәйәси ваҡиға – илебеҙ Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Федераль йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Әлеге ваҡытта уны тура эфирҙа федераль каналдар һәм интернет аша ҡарап була. Шулай уҡ урам буйҙарындағы ҙур экрандарҙа ла күрһәтелә.
Владимир Путин тәү сиратта коронавирусҡа бәйле хәлдәр тураһында һөйләне.
– Быйыл Мөрәжәғәтнамә башлыса илдең эске мәсьәләләренә арналасаҡ. Был - һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, иҡтисад. Шулай уҡ тышҡы сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, – тип башланы ул һүҙен.
Владимир Владимирович белдереүенсә, былтыр илебеҙ генә түгел, бар донъя ауыр һынау алдында торҙо. Коронавирустың нимә икәнлеген белмәгәс, күптәр баҙап ҡалды. Тик Рәсәй тиҙ арала үҙен ҡулға алды һәм әүҙем эшмәкәрлек башланы.
– Күрелгән сараларҙы һанап сығыу еңел. Ә улар артында илебеҙҙең бөтә төбәктәрендәге миллионлаған кешенең ҙур хеҙмәте тора. Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Бөтәбеҙ ҙә тиҙ, сифатлы һәм намыҫлы эшләнегеҙ, – тине ул.
Владимир Путин табиптарға, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтте. Һәм күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Шулай уҡ дәүләт Башлығы Рәсәй халҡын коронавирустан прививка яһатырға саҡырҙы. Был беҙгә көҙгә тиклем коллектив иммунитет булдырыу мөмкинлеген бирәсәк тине ул.
Фото: vesti-omsk.ru
Читайте нас