Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2021, 15:30

“Башҡортостан парламенты башланғыстарын хуплауҙы күрҙек”

Рөстәм Ишмөхәмәтов Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерен белдерҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерен белдереп, Владимир Путиндың тезистарының күбеһе республика парламенты башҡарған эш менән ауздаш булыуын билдәләне.
– Айырым осраҡтарҙа беҙ башланғыстарыбыҙҙы туранан-тура хуплауҙы ишеттек, – тине парламент вице-спикеры. – Мәҫәлән, беҙҙең "Берҙәм Рәсәй” фракцияһы оҙаҡ ваҡыт ауыл еренә бушлай газ үткәреү идеяһын тәҡдим итеп килә. Беҙҙеңсә, граждандарҙың өйөнә тиклем газ тулыһынса бушлай үткәрелергә тейеш. Һәм бөгөн Президент та ошо турала белдерҙе. Беҙ көҙгө сессияға планлаштырған Башҡортостанда фән тармағын үҫтереү буйынса парламент тыңлауҙары ла Президенттың фәнде үҫтереү өҫтөнлөктәре тураһындағы тезистары менән ауаздаш. Уларға Мөрәжәғәт барышында әйтелгән вуздарҙа яңы уҡыу урындары булдырыу, уҡыу йорттары өсөн гранттар, биологик яҡлау, фармацевтика, ядро, водород энергетикаһы өлкәһендә яңы программаларҙы ғәмәлгә индереү һәм фәнде үҫтереүҙең башҡа йүнәлештәре инә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары әйтеүенсә, Президент билдәләгән экология проблемалары, Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында тәбиғәткә зарарлы матдәләр сығарыуҙы мотлаҡ квоталау Башҡортостан өсөн дә көнүҙәк.
– Беҙҙең парламент был мәсьәләләрҙе бер тапҡыр ғына күтәрмәне. Һауа һәм һыу сифатына мониторинг, предприятиеларҙы модернизациялау экологик хәлде ярайһы уҡ яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Һөҙөмтәлә был граждандарҙың һаулығында ыңғай сағылыш табасаҡ, демографияны яҡшыртырға һәм уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға булышлыҡ итәсәк. Бөгөн Владимир Путин яҡын киләсәккә тап ошондай күрһәткесте билдәләне, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Парламентарий әйтеүенсә, халыҡ-ара хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, быйыл Мөрәжәғәтнамә тексы эске сәйәсәт мәсьәләләренә, пандемиянан һуң ил алдында торған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға иғтибарҙы йүнәлтә.
– Хәҙерге Рәсәй тарихында бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тулыһынса ябай кешеләрҙең көндәлек проблемаларына йүнәлтелгәне булды, – тигән фекерҙә Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Аныҡ түләүҙәр һәм башҡа социаль ярҙам саралары тураһында күп нәмә әйтелде. Улар – балалар лагерҙарына юллама алған өсөн компенсация, студенттарға туристик сығымды ҡаплау, әүҙем йәштәр өсөн яңы гранттар, тулы булмаған ғаиләләргә өҫтәмә түләүҙәр, бөтә уҡыусыларға 10-ар мең һум, ауырығанда бала ҡарарған өсөн әсәләргә йөҙ процент күләмендә түләү һәм бүтән социаль яҡлау саралары.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас