Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:
– Бөгөн Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң бер нисә фекер әйтеп үтер инем. Владимир Путин иң тәүге иғтибарын пандемияға бүлде. Ошо ауыр шарттарҙа беҙ илебеҙҙең ҡеүәте бик юғары икәнлеген күрҙек. Әле ҡайһы бер илдәрҙә бер вакцина ла юҡ, беҙҙә иһә өс вакцина бар һәм, ғөмүмән, көрсөктән, пандемиянан сығыу аҙымдары бик һөҙөмтәле.
Икенсенән, тотороҡлолоҡ тураһында күп әйтте. Ул иһә тәү сиратта ғаиләнән башлана. Күренеүенсә, ғаиләләргә дәүләт яғынан ярҙам ҡулы һуҙыласаҡ, улар йәнә артасаҡ, яңылары өҫтәлде. Мәҫәлән, балалар ялы юлламаларының яртыһын кире ҡайтарыу. Һәр мәктәп уҡыусыһына 10-ар мең һум аҡса бүләләр, яңғыҙы бала ҡараған ата-әсәгә өҫтәмә льготалар, аҡса буласаҡ. Беҙ шуны аңлайбыҙ: ғаиләлә тотороҡлолоҡ булһа, илдә лә тотороҡлолоҡ була.
Владимир Путин икенсе илдәр менән мөнәсәбәттәргә туҡталып, шуны аныҡ әйтте: беҙҙең илгә ҡарата төрлө һүҙҙәр әйтеү ярышҡа әүерелде, әммә беҙ үҙебеҙҙең сиктәрҙе һаҡларға тейеш һәм уның аша бер кем дә сыға алмаясаҡ. Бында инде илдең, ғөмүмән, Ер шарының тотороҡлолоғо тураһында һүҙ бара. Дәүләт башлығы, үҙебеҙҙең илдә нисек йәшәргә икәнлеген үҙебеҙ беләбеҙ, илебеҙ эсендә лә, тышында ла булған халыҡҡа, ресурстарға, ҡеүәткә таянып йәшәргә көсөбөҙ етә, тине. Ҙур маҡсаттар ҡуйылды һәм уларға өлгәшеүҙә һәр кемдең өлөшө булырға тейеш.
Владимир Путин 1 июлгә тиклем етәкселеккә аныҡ эштәр ҡушты. Рәсәй төбәктәре реструктуризация тураһындағы ҡарарҙы ҡыуанып ҡабул итте, сөнки пандемия осоронда күп төбәктәр кредиттар алды, шул иҫәптән Башҡортостан да. Хәҙер федераль бюджет аша был мәсьәлә хәл ителәсәк. Икенсенән, инфраструктура проекттары өсөн аҡса бүленәск. Был – яңы юлдар, транспорт, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү.
Мине йәнә шул ҡыуандырҙы: беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яҡ мәҙәниәте” проектына ауаздаш ҡарар ҙа бар. Бынан ары мәҙәниәткә, фәнгә иғтибар артасаҡ, ҙур аҡса бүленәсәк.
Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамәлә матур инициативалар бик күп булды, иң мөһиме улар һәйбәт федераль аҡса менән нығытылды. Беҙ уларҙы хуплайбыҙ, парламентыбыҙ уларҙа ҡатнашырға әҙер, – тине.
Фото: Эльвира Айытҡолованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.