Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2021, 18:00

Тауарҙың сертификатын һорағыҙ

Өфө магазиндарының береһенән ҙур партия контрафакт кейемде тартып алғандар. Асыҡланыуынса...

Өфөләге магазиндарҙың береһендә сертификатһыҙ байтаҡ өҫкө һәм аяҡ кейеме табылған. Мониторингты “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Хәүефһеҙ республика” проекты әүҙемселәре үткәргән.
Был магазинда улар билдәле брендтарҙың береһенең логотибы төшөрөлгән футболканы һатып алған. Уның сифаты шикле күренгәс, әүҙемселәр һатыусынан тауарға документтарҙы һораған. Сертификат табылмаған, әммә кәштәләрҙә ҡиммәтле маркалы әллә күпме кейем булған. Урынға полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырғандар. Әле контрафакт тауарҙы тартып алыу сараһы бара. Ә ул тәү ҡарамаҡҡа ғына 1 500 тирәһе күренә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хәүефһеҙһеҙ республика” проекты 2020 йылдан алып эшләй. Әлеге ваҡытҡа 1000 тирәһе мониторинг үткәрелгән. Проект контрафакт, суррогат һәм башҡа легаль булмаған продукцияға ҡаршы көрәш менән шөғөлләнә. “Ағымдағы йылда 200 тирәһе сара үткәрелде һәм уларҙың 40 тирәһе һөҙөмтәһендә сауҙа өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланды. Нигеҙҙә, контрафакт продукция, суррогат, шулай уҡ кейем һәм алкоголле эсемлектәр табабыҙ”, - тип белдергән “Хәүефһеҙ республика” проекты координаторы Антон Буфетов.
Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш менән республикала йәшәгән һәр кем шөғөлләнә ала. Шикле тауарҙы күрһәгеҙ, һатыусынан сертификат һорағыҙ, әгәр ул булмаһа, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырығыҙ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас