“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проекты әүҙемселәре Өфөләге магазиндарҙың береһендә сертификаты булмаған өҫкө һәм аяҡ кейемдәре һатыуҙарын асыҡлай.
Бында партия хеҙмәткәрҙәре билдәле фирма логотибы булған кейемде һатып ала. Сифаты шик тыуҙырғас, улар һатыусынан тауарҙың сертификатын талап итә. Документ булмай сыға, шуға ҡарамаҫтан, ҡиммәтле маркалы логотиптар ҡуйылған өҫкө, аяҡ кейемдәре һәм бейсболкалар кәштәләрҙә тулып ятҡан.
Тәртип боҙоуға юл ҡуйылған магазинға әүҙемселәр полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Әлеге мәлдә контрафакт тауарҙарҙы алыу буйынса саралар күрелә, улар 1500-ҙән ашыу.
“Хәүефһеҙ республика” проекты 2020 йылдан ғәмәлдә. Әлеге көнгә ҡарата 1000 самаһы күҙәтеү үткәрелгән. Проектҡа ярашлы, контрафакт, суррогат һәм башҡа законһыҙ етештерелгән тауарҙарға ҡаршы көрәш алып барыла.
"Быйыл 200-гә яҡын сара үткәрелде, уларҙың 40-ҡа яҡынында сауҙа өлкәһендә закон боҙоуҙарға юл ҡуйылыуы асыҡланды. Күп осраҡта контрафакт тауарҙар, суррогат, шулай уҡ сертификатһыҙ кейем, аяҡ кейеме һәм алкоголле эсемлектәр һатылыуын асыҡлайбыҙ", – тип белдерҙе “Хәүефһеҙ республика” проекты координаторы Антон Буфетов.
Ошондай закон боҙоуҙарға ҡаршы республиканың һәр кешеһе көрәшә ала. Бының өсөн магазиндарҙа тауар алғанда уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк. Шикле тауар күргәндә һатыусынан сертификатын һорағыҙ, әгәр күрһәтмәһәләр, полилиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға мөмкин.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты.