Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Апрель 2021, 13:30

Почетлы исем тергеҙелә

Рәсәй Президентының указы әҙерләнеү өҫтөндә, тиҙәр. Был маҡтаулы исемде тергеҙеүҙе һорап...

Оҙаҡламай илдә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринария табибы” исеме тергеҙеләсәк. Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов Х Халыҡ-ара ветеринария конгресында хәбәр иткән.
Әйтеүҙәренсә, әле Рәсәй Президентының указы әҙерләнеү өҫтөндә. Был маҡтаулы исемде тергеҙеүҙе һорап Рәсәй Президентына Милли ветеринария ассоциацияһы мөрәжәғәт иткән. Үтенесте ил етәксеһе хуплаған. Ассоциация вәкилдәренең әйтеүенсә, ветеринария белгестәренең “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтәкәре” наградаһы менән бүләкләнергә мөмкинлеге юҡ, сөнки улар агрокомплекс хеҙмәткәрҙәренә ҡарамай.
Рәсәйҙә почетлы исемдәр бөтәһе 60 һөнәр вәкилдәренә бирелә. Улар төбәк кимәлендә төрлө льготаларға лайыҡ.
Фото: Gosnagrada.ru
Читайте нас