Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Апрель 2021, 12:18

Иғтибар үҙәгендә – кеше, бала, ғаилә!

Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Дәүләтебеҙ башлығы Владимир Путин 21 апрелдә 17-се тапҡыр Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Уның быйылғы сығышы 1 сәғәт тә 18 минут дауам итте, һәм ул башлыса социаль мәсьәләләргә арналды. “Мөрәжәғәтнамә башлыса беҙҙең эске эштәргә ҡағыласаҡ” тип башланы уны Владимир Владимирович. Иң мөһиме – граждандарҙың һаулығы, фәҡирлек менән көрәш, төбәктәргә ярҙам, килемдәрҙе тергеҙеү.


Тимәк, ил Хөкүмәте һәм төбәк етәкселеге алдағы йылдарҙа ошо маҡсатта эшләйәсәк. Балалары булған ғаиләләр – иғтибарҙың иң түрендә! Күренеүенсә, төп йүнәлеш – кешегә, балаға, ғаиләгә! Быйыл Мөрәжәғәтнамәнең тышҡы сәйәсәт өлөшө ҡыҫҡа, әммә бик сағыу булды. “Беҙгә ниндәй мөғәмәлә күрһәтәләр, беҙ ҙә шулай яуап бирәбеҙ” тигән тезис ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтте.


“Манеж” күргәҙмәләр залында үткән сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар, төбәктәрҙең ҡануниәт йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.


Рәсәй халҡын һаҡлау – юғары милли өҫтөнлөгөбөҙ


Владимир Путин тәү сиратта коро­навирусҡа бәйле хәлдәр һәм Рәсәйҙең уны еңеү өсөн башҡарған эштәре тураһында һөйләне.

Владимир Владимирович белдере­үенсә, былтыр илебеҙ генә түгел, бар донъя ауыр һынау алдында торҙо. Коро­навирустың нимә икәнлеген белмәгәс, күптәр баҙап ҡалды. Тик Рәсәй тиҙ арала үҙен ҡулға алды һәм әүҙем эшмәкәрлек башланы.


– Күрелгән сараларҙы һанап сығыу еңел. Ә улар артында илебеҙҙең бөтә төбәктәрендәге миллионлаған кешенең ҙур хеҙмәте ята. Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Бөтәбеҙ ҙә тиҙ, сифатлы һәм намыҫлы эшләнек, – тине ул.


Владимир Путин табиптарға, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтте һәм күрелгән саралар тураһында һөйләне.

Шулай уҡ дәүләт башлығы Рәсәй халҡын коронавирустан прививка яһатырға саҡырҙы. Был беҙгә көҙгә тиклем коллектив иммунитет булдырыу мөмкинлеген бирәсәк, тине ул. Владимир Путин илебеҙ булдырған өс прививканы “ысын алға китеш” тип атаны.


– 2024 йылға тиклем гражданлыҡ, шул иҫәптән төплө тикшеренеүҙәр өсөн Рәсәй 1,6 триллион һум аҡса йүнәлтәсәк. Беҙҙең санитар, биологик хәүефһеҙлек йәһәтенән ышаныслы ҡалҡаныбыҙ бу­лыр­ға тейеш. Беҙгә вакциналар етеш­тереүҙә тулы мөмкинлектәрҙе файҙа­ланыу зарур.


Хәүефле инфекция барлыҡ­ҡа килһә, Рәсәй дүрт көн эсендә һөҙөм­тәле тест системалары булдырырға һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вакцина эшләп сығара алырға тейеш. Был бурыстарҙы 2030 йылға тиклем хәл итеү шарт, – тине Владимир Путин.


Коронавирусты нисек булһа ла еңеп киләбеҙ, тик башҡа сирҙәр ҙә бар бит әле. Президент, был йәһәттән дә эш ныҡлап ойошторола, тине. Алдағы өс йылда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм бәләкәй ҡалаларға биш мең яңы “ашығыс ярҙам” машиналары йүнәлтеләсәк. Был уларға автопарктарын тулыһынса тиерлек яңыртыу мөмкинлеге бирәсәк.


1 июлдән илдә бөтә йәштәге кешеләр өсөн дә тулы кимәлдә диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереүҙәр программаһы тергеҙеләсәк. Дәүләт башлығы программаны киңәйтергә ҡушты. Яҡын арала төбәктәргә мобиль диагностика комплекстарын ҡайтарыу артасаҡ. Бында айырыуса ҙур иғтибар йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре, яман шештәр менән көрәшкә йүнәлтеләсәк.


Башҡортостан диспансерлаштырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек башланы ла. Йыл аҙағына тиклем беҙҙә миллион самаһы кешене тикшерергә планлаштыралар. Был маҡсатта республиканың ҡала һәм райондарына сәләмәтлек поездары китте лә.


Балалы ғаиләләр, ҡыуанығыҙ!


Матур йола буйынса, ил Пре­зиден­тының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен Рәсәй халҡы көтөп ала. Һуңғы йылдарҙа был сығыштар ваҡытында Владимир Путин кешеләргә ярҙам күрһәтер өсөн яҡшы башланғыстар, ярҙам төрҙәре тураһында хәбәр итә.


Быйылғы Мөрәжәғәтнамә башлыса социаль өлкәгә ҡағылды, тинек. Президент был юлы ла кешеләрҙең өмөттәрен аҡланы һәм яңы, быға тиклем булмаған ярҙам төрҙәре тураһында әйтте. Уларҙың иң мөһиме – бәләкәй балалары булған ғаиләләргә, йөклө ҡатындарға ярҙам.


Был юлы яҡшы яңылыҡ мәк­тәп уҡыусылары булған ғаиләләргә ҡағылды. Владимир Владимирович белдереүенсә, 2021 йылда һәр мәктәп уҡыусыһына бер тапҡыр 10 мең һум аҡса түләнәсәк. Был ярҙам сараһы быйыл саҡ беренсе класҡа барасаҡ балаларға ла ҡағыла. Улар аҡсаны август урталарында аласаҡ, тап мәктәпкә әҙерләнер мәлдә.


Ярҙам төрҙәре бының менән генә сикләнмәне.

– Әсәй йәки атай балаһын яңғыҙы тәрбиәләй икән, уларға ярҙам итергә кәрәк. Бында бала тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡта бер генә ата-әсәнең яҙылыуы шарт, йәки ата-әсә айырылышҡан булырға тейеш. 1 июлдән алып тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән 8 – 16 йәшлек балаларға ай һайын 5600 һум аҡса түләнәсәк, – тине Владимир Путин.


Шулай уҡ Президент матди ауырлыҡ кисергән һәм бала көткән ҡатындарға ла ярҙам итмәксе. “Буласаҡ әсә дәүләт ярҙамын тойорға, сабыйын имен тыуҙырырға тейеш. Шуға күрә иртә срокта иҫәпкә торған һәм ауыр матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙҙарға ай һайын 6350 һум аҡса түләргә тәҡдим итәм”, – тине ул.


Тағы бер ярҙам сараһы – ете йәшкә тиклемге балаһы ауырыған осраҡта, әсә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда, стажына ҡарамай, эш хаҡының 100 проценты кимәлендә түләү аласаҡ.


Балаларҙың сәләмәтлеге – шулай уҡ дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәле­ше. Был йәһәттән дә ярҙам буласаҡ. Сараларҙың береһе – балалар ялын мөмкин булғанса арзанлаштырыу. Ошо айҡанлы Владимир Владимирович балалар лагерҙары юлламаларының ярты хаҡын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Бынан тыш, ул Рәсәйҙә ял иткән кешеләрҙең сығымдарының 20 процентын кире ҡайтарыу программаһын йыл аҙағына тиклем оҙайтырға ҡушты. Шулай уҡ студенттар туризмына ла иғтибар кәрәклегенә баҫым яһалды.


“Олимпиадаларҙа үҙҙәрен күрһәткән, ирекмәнлек һәм ижади башланғыстар менән янған йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Ундай йәштәр өсөн каникул мәлдәрендә лә сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу программаһы ғәмәлдә буласаҡ”, – тине Владимир Путин.


Дәүләт биргән аҡса – һис шикһеҙ ҙур ярҙам. Әммә уны юллап алыу бер нисә йыл элек кенә ҙур проблемаға әйләнә ине. Былтыр пандемия мәлендә ғаиләләр күп түләүҙәрҙе бер ғариза биреп кенә автоматик рәүештә ала алды. Владимир Путин был башланғысты дауам итергә һәм эште кешеләр өсөн мөмкин булғанса ябайлаштырырға ҡушты. 2022 йылға тиклем барлыҡ федераль пособиелар, пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәр һәм хеҙмәттәр “бер тәҙрә” тәртибендә теркәлә һәм түләнәсәк. Элекке кеүек инстанциялар буйлап йүгереп йөрөү кәрәкмәйәсәк. Өс йылдан һуң иһә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең бөтәһе лә тиерлек Рәсәй граждандарына дистанцион рәүештә алһыҙ-ялһыҙ, ҡасан кәрәк шунда күрһәтергә тейеш тигән бурыс ҡуйылды.


Былтыр пандемия ваҡытында күптәр эштәрен юғалтты. Владимир Путин белдереүенсә, Рәсәйҙә биш миллион эш урыны һаҡланып ҡалды. Быға бизнестың яуаплы ҡарашы булышлыҡ итте. Әммә ҡыҫҡартыуҙарҙан тулыһынса ҡасып булманы. Хәҙер Хөкүмәткә хеҙмәт баҙарын тергеҙергә ҡушылды. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың өҫтәмә саралары ла әҙерләнәсәк.


Фән һәм мәғариф ярҙамһыҙ ҡалмай


Быйыл илебеҙҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне. Был йәһәттән федераль кимәлдә ҙур эштәр башҡарыла. Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ошо темаға ла ҙур иғтибар бүлде.


Тәү сиратта ул студенттарға арналды. Шулай алдағы ике йылда Рәсәй вуздарында 45 мең бюджет урындары асыла­саҡ. Иң ҡыуаныслыһы шул: уларҙың 70 проценты сығарылыш студенттары күпләп кәрәк булған төбәктәргә биреләсәк. Кәмендә 100 вуз технопарктар асыу, уҡы­тыу базаһын яңыртыу һәм башҡа маҡ­сат­тар өсөн 100 миллион һум һәм унан да юғарыраҡ гранттар аласаҡ. Был ярҙам­ға барлыҡ дәүләт вуздары дәғүә итә аласаҡ.


Владимир Путин белдереүенсә, дүрт йыл эсендә кәмендә 16 мең яңы мәктәп автобустары алынасаҡ. Маҡсат шундай – барлыҡ мәктәп автобустары ла заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш.


1300 яңы мәктәп төҙөү өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Әйткәндәй, Башҡортос­тан электән мәктәп төҙөү мәсьәләһендә әүҙем булды һәм әленән яңы мәктәптәр булдырыу өсөн ғариза әҙерләй.


Участкаларға тиклем газ – бушлай


Владимир Путин ауыл халҡы өсөн дә бик ҡыуаныслы хәбәр әйтте. Рәсәй халҡына ер участкаларына тиклем бушлай газ үткәрергә вәғәҙә итте.

“Әлеге ваҡытта күп ғаиләләр газ сел­тәр­ҙәре үткән ауылдарҙа йәшәй. Әммә улар­ҙың йорттары билдәһеҙ сәбәптәр буйынса газға тоташмаған. Бына ғына торба үтә, ә өйҙә газ юҡ”, – тине Владимир Путин.


Дәүләт етәксеһе Хөкүмәткә төбәк властары менән берлектә ошондай йорт хужалыҡтарына газ үткәреү буйынса аныҡ план эшләргә ҡушты. Владимир Путин белдереүенсә, был милекселәр газды ер участкаһы сигенә тиклем килтергән өсөн түләргә тейеш түгел.


– Хөкүмәт был мәсьәләнең бар нескә­лектәрен “Газпром” менән дә, башҡа компаниялар менән дә эшләһен – бер ниндәй ҙә өҙөклөктәр булмаҫҡа тейеш. Мин трибуна аша әйттем, кеше көтәсәк, эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Быны үҙем тикшерәсәкмен, – тине Владимир Путин.

Владимир Путин күп коммерция бурыстары булған төбәктәргә ярҙам итергә кәрәклеген әйтте.


– Шундай тәҡдим индерәм: үҙ килемдәренән 25 процентҡа юғарыраҡ коммерция бурыстары булған төбәктәргә күләмен ҡаплау срогы 2029 йылға тиклем итеп ҡуйып, бюджетлы кредитҡа әйлән­дерәйек. 2023 йыл аҙағына тиклем суммаһы 500 миллиард һумдан да кәм булмаған инфраструктура кредиттары бүлергә планлаштырабыҙ. Уларҙы биргән саҡта ғәҙеллек принциптары буйынса эш итәсәкбеҙ, – тине Владимир Путин.


Был кредиттар 3 процент ставка менән биреләсәк, уларҙы 15 йылда ҡапларға кәрәк буласаҡ.

Хөкүмәт үлсәнгән финанс сәйәсәте алып барғандарға ярҙам итмәксе: ни тиклем төбәктең кредиты әҙерәк, ул шул тиклем күберәк инфраструктура кредиты ала аласаҡ. Төбәктең инфраструктура проекттары Рәсәй граждандары мәнфәғә­тендә тормошҡа ашырылырға тейеш.


Өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәле – юлдар, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, туристик инфраструктураны комплекслы үҫтереү һәм башҡалар.


Ил башлығы һәр кем өсөн мөһим булған экология проблемаһын да ситләп үтмәне. Уның белдереүенсә, 2024 йылға тиклем илдең 12 ҙур индустрия үҙәгендә атмосфераға ташланған зыянлы матдәләр күләме 20 процентҡа кәмергә тейеш. Алда торған 30 йылда Рәсәйҙә тупланған пар газдары Евросоюздағынан әҙерәк булырға тейеш. Бының өсөн бар­лыҡ иҡтисадты экологик стандарттар һәм талаптарға яраҡлаштырырға кәрәк. Модернизациялау – заманса, яҡшы түләнгән эш урындары булдырыуға тура юл.


Рәсәйҙә яҡын арала предприятие ми­лекселәре өсөн тупланған зыянды юҡҡа сы­ғарыу, сәнәғәт майҙансыҡтарын ре­куль­тивациялау өсөн финанс яуап­лы­лығы тураһындағы закон буласаҡ. “Тәби­ғәт иҫәбенә килем алдың икән, артыңдан йыйыштырып та ҡуй! Ошондай ябай, әммә мотлаҡ талап ҡуясаҡбыҙ”, – тине Президент. Бюджетҡа килгән экологик түләүҙәр зыянды юҡҡа сығарыу һәм тирә-яҡты сәләмәтләндереүгә йүнәлтеләсәк.


Һүҙенә күрә – яуабы


Президент Владимир Путиндың бы­йылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжә­ғәтнамәһе башлыса эске сәйәсәткә, социаль блокка, кешеләргә һәм төбәктәргә ярҙам итеүгә арналһа ла, ул бер аҙ иғтибарҙы тышҡы сәйәсәткә лә бүлде.


Владимир Владимирович белдере­үенсә, Көнсығыш тарафынан Рәсәйгә ҡарата дуҫтарса булмаған акциялар туҡтамай. Ул ҡайһы бер дәүләттәрҙең беҙҙең илгә ҡарата булған эшмәкәрлеген Киплингтың “Джунгли китабы”ндағы Табаки шакалы менән сағыштырҙы. “Беҙ реаль тормошта нимә барғанын күреп торабыҙ. Рәсәйҙе бер сәбәпһеҙ йә тегендә, йә бында “эләктерәләр”. Улар янында шунда уҡ, Шерхан янындағы кеүек, ваҡ табакиҙар әйләнә башлай. Барыһы ла Киплингтағыса. Башлыҡта­рының күңелен күрер өсөн олойҙар”, – тип бик ҡаты әйтте Владимир Путин.


Дәүләт башлығы белдереүенсә, Рәсәй “күперҙәрҙе яндырырға теләмәй”, әммә, кәрәк була ҡалһа, ҡаты яуап саралары индерәсәк.

“Рәсәйҙең үҙ мәнфәғәттәре бар, һәм, әлбиттә, беҙ уларҙы башҡа дәүләттәр ке­үек үк халыҡ-ара хоҡуҡ сиктәрендә яҡлаясаҡбыҙ. Әгәр кемдер беҙҙең изге ниәттәрҙе битарафлыҡ йәки йомшаҡлыҡ тип ҡабул итә һәм үҙе “күперҙәрҙе шартлата” икән, Рәсәйҙең дә шулай уҡ яуап бирәсәген белеп торһон. Беҙ ҙә тиҙ һәм ҡаты буласаҡбыҙ”, – тине Владимир Путин.


Халыҡ риза!


Мөрәжәғәтнамәне залда ултырған кешеләр нисә тапҡыр хуплап ҡул сабыуҙарға бүлде икән? Ә аҙаҡ халыҡтың уны интернетта, социаль селтәрҙәрҙә ентекләп тикшереүе, телефон аша һәм күрешеп һөйләшеүҙәре, фекер алышыу­ҙары күпме булғандыр?.. Дәүләтебеҙҙең артабанғы үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләгән документ сығышы күптәргә оҡшаны, күпме ғаиләне ҡанатландырҙы һәм ҡыуандырҙы. Шунһыҙ мөмкин дә түгел – ярҙамдың төрҙәре шәхсән күптәргә ҡағылды бит. Халыҡта киләсәккә өмөт һәм ышаныс артты. Күберәк бала табыу, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләү, уҡытыу, белемле, эшле итеү теләге нығынды. Дәүләт ярҙам ҡулы һуҙып торғанда быларҙың барыһы ла мөмкин!


Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

– Мин һәр ва­ҡыт Рәсәй Президенты Мөрә­жә­ғәтна­мәһен айырым хистәр менән көтөп алам һәм, тыңлағас, шат­­лыҡлы той­ғолар менән сығам. Сөнки беҙ бында илебеҙ­ҙең артабан нисек үҫешеүе тураһында мәғлүмәт һәм йүнәлеш алабыҙ.


Алдан күҙаллауымса, күберәк кешеләр һәм уларға ярҙам итеү саралары тураһында әйтелде. Тулы булмаған ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу – бик мөһим башланғыс. Бындай ғаиләләрҙә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға 5650 һум түләнәсәк. Ауыр матди хәлдә булған һәм иртә срокта иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә етди ярҙам күрһәтеләсәк – айына 6350 һум. Мәктәп уҡыусылары тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн дә яҡшы ғына ярҙам ҡаралған. Президент август айында улар өсөн бер тапҡыр 10-ар мең һум аҡса түләйәсәк. Бында буласаҡ беренсе кластар ҙа инәсәк. Күренеүенсә, Мөрәжәғәтнамәнең социаль блогы бик етди.


Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә, төбәктәр өсөн дә ярҙам төрҙәре күп. Рәсәйҙә үҫешкә тәғәйенләнгән проекттар өсөн инфраструктура займдары институты форма­ла­шасаҡ, тиелде. Владимир Путин был аҡсаларҙы кешеләр тормошо сифатын яҡшыртыу, юлдарҙы яңыртыу, төҙөкләндереү, туриндустрия объекттарын булдырыуға йүнәлтергә ҡушты. Бындай проекттар беҙҙең республикала бөгөндән бар, тик уларға ярҙам итергә, артабан хәрәкәт иттерергә кәрәк. Тап ошо күрһәткес буйынса беҙҙең Хөкүмәттең төҙөлөш, финанс һәм иҡтисади блогы эшмәкәрлеген баһа­лаясаҡмын, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамә бик йөкмәткеле, үтә ваҡытлы һәм мөмкин булғанса урындағы кешеләр тормошона яҡын булды. Бының өсөн беҙ Президентыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ!


Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Мөрә­жәғәт­на­мәнең төп идея­ларының береһе – төбәктәрҙең именлеге нигеҙендә ил­де үҫтереү. Төбәк­тәр пандемияға ҡар­шы тороу өсөн алған бюджет кре­диттарының струк­тураһын үҙ­гәр­теү тураһындағы ҡарар бик мөһим һәм ваҡытлы булды. Республикабыҙ һәр саҡ ныҡлы уйланылған бюджет сәйәсәтен тормошҡа ашырып, бурыс тотороҡлолоғоноң юғары кимәле менән башҡаларҙан айырылһа ла, пандемия килем кеременә кире йоғонто яһаны һәм үҙләштереүҙәрҙе арттырырға мәжбүр итте. Бөгөн беҙ төбәктәргә көрсөктө еңеп сығыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеү һәм инфраструктура кредиттары кеүек яңы үҫеш алымын тәҡдим итеү тураһындағы белдереүҙе ишеттек.

Демография Мөрәжәғәтнамәнең тағы ла бер мөһим идеяһы булды. Халыҡты һаҡлау Рәсәйҙең юғары милли өҫтөнлөгө тип аталды.


Президент демографиялағы хәлде “ғәҙәттән тыш” тип таныны һәм халыҡ һанын тотороҡло үҫтереү йәһәтенән стратегик бурыс ҡуйҙы. Ошо маҡсатта мәктәп йәшендәге балалы ғаиләләргә, тулы булмаған ғаиләләргә, тормошта ауыр хәлдә ҡалған йөклө ҡатындарға аҡсалата түләүҙәр тураһында белдерҙе.


Экология темаһы демография, халыҡтың именлеге мәсьәләләренә туранан-тура бәйле.

Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе – бик мөһим документ. Ул күп йылдарға илдең үҫеш йүнәлешен билдәләй һәм бөтә кимәлдәге власть органдарының тырышлығын дөйөм стратегик бурыстарҙы үтәүгә туплай. Төбәк парламенттары үҙҙәренең эшендә мотлаҡ Мөрәжәғәтнамә идеяларына таянасаҡ.


Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Бөгөн Рәсәй Пре­зидентының Мө­рә­жәғәтнамәһен тыңлағандан һуң бер нисә фекер әйтеп үтер инем. Владимир Путин иң тәүге иғ­ти­­барын пандемияға бүлде. Ошо ауыр шарт­­тарҙа беҙ иле­беҙҙең ҡеүәте бик юғары икәнлеген күрҙек. Әле ҡайһы бер илдәрҙә бер вакцина ла юҡ, беҙҙә иһә өс вакцина бар һәм, ғөмүмән, көрсөктән, пандемиянан сығыу аҙымдары бик һөҙөмтәле.


Икенсенән, тотороҡлолоҡ тураһында күп әйтте. Ул иһә тәү сиратта ғаиләнән башлана. Күренеүенсә, ғаиләләргә дәүләт яғынан ярҙам ҡулы һуҙыласаҡ, улар йәнә артасаҡ, яңылары өҫтәлде. Мәҫәлән, балалар ялы юллама­ларының яртыһын кире ҡайтарыу. Һәр мәктәп уҡыусыһына 10-ар мең һум аҡса бүләләр, яңғыҙы бала ҡараған ата-әсәгә өҫтәмә льготалар, аҡса буласаҡ. Беҙ шуны аңлайбыҙ: ғаиләлә тотороҡлолоҡ булһа, илдә лә тотороҡлолоҡ була.


Владимир Путин, икенсе илдәр менән мөнәсәбәттәргә туҡталып, шуны аныҡ әйтте: беҙҙең илгә ҡарата төрлө һүҙҙәр әйтеү ярышҡа әүерелде, әммә беҙ үҙебеҙҙең сиктәрҙе һаҡларға тейеш, һәм уның аша бер кем дә сыға алмаясаҡ. Бында инде илдең, ғөмүмән, Ер шарының тотороҡлолоғо тураһында һүҙ бара. Дәүләт башлығы, үҙебеҙҙең илдә нисек йәшәргә икәнлеген үҙебеҙ беләбеҙ, илебеҙ эсендә лә, тышында ла булған халыҡҡа, ресурстарға, ҡеүәткә таянып йәшәргә көсөбөҙ етә, тине. Ҙур маҡсаттар ҡуйылды, һәм уларға өлгәшеүҙә һәр кемдең өлөшө булырға тейеш.


Владимир Путин 1 июлгә тиклем етәк­селеккә аныҡ эштәр ҡушты. Рәсәй төбәктәре реструктуризация тураһындағы ҡарарҙы ҡыуанып ҡабул итте, сөнки пандемия осоронда күп төбәктәр кредиттар алды, шул иҫәптән Башҡортостан да. Хәҙер федераль бюджет аша был мәсьәлә хәл ителәсәк. Икенсенән, инфраструктура проекттары өсөн аҡса бүленәск. Был – яңы юлдар, транспорт, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү.


Мине йәнә шул ҡыуандырҙы: беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яҡ мәҙәниәте” проектына ауаздаш ҡарар ҙа бар. Бынан ары мәҙәниәткә, фәнгә иғтибар артасаҡ, ҙур аҡса бүленәсәк.


Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамәлә матур инициативалар бик күп булды, иң мөһиме – улар һәйбәт федераль аҡса менән нығытылды. Беҙ уларҙы хуплайбыҙ, парламентыбыҙ уларҙа ҡатнашырға әҙер”.


Илнур СӘЛИХОВ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры:

– Бөгөн илебеҙҙә мөһим сәйәси ваҡиға булды: илебеҙ етәк­сеһе Владимир Путин Федераль Йыйы­лышҡа Мөрәжә­ғәт­намә менән сығыш яһаны. Ул унда балалар һаулығын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүлде. Айырыуса балаларҙың йәйге ялын ойоштороу күҙ уңында тотолдо. Әйткәндәй, быйылғы йылдан сығымдарҙың 50 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Шулай уҡ талантлы йәштәрҙе, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы дәртләндереү саралары ла булдырыласаҡ.


Владимир Путин, 2024 йылға тиклем яңы 1300 мәктәп төҙөләсәк һәм мәктәп автобустар паркы яңыртыласаҡ, тине. Әлбиттә, был ҡарарҙарҙың барыһы ла беҙҙе бик ҡыуандырҙы һәм ҡанатландырҙы. Мөрәжәғәт­намә бик оҡшаны.



Читайте нас