Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Апрель 2021, 16:30

Өс көн тауыш бирәсәкбеҙ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар был туралағы закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар һайлауҙа бер нисә көн дауамында тауыш биреү мөмкинлеге, әммә был ваҡыттың өс көндән артмауы тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы.
Законды ҡабул итеү менән VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарына өҫтәмә депутаттар һайлауҙы яңы форматта үткәреү мөмкин буласаҡ. Һайлау кампанияһы сентябрҙә уҙасаҡ.
“Закон проекты республиканың һайлау тураһындағы ҡануниәтен “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон положениеларына яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Бер нисә көн дауамында тауыш биреү һайлауҙа күберәк кеше ҡатнашыу мөмкинлеген тыуҙырасаҡ, тимәк, сара һөҙөмтәһе граждандарҙың фекерен, сәйәси өҫтөнлөгөн яҡшыраҡ сағылдырасаҡ”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Закон проектында күҙәтеүселәргә һәм һайлау алды агитацияһын үткәреүгә бәйле талаптарға асыҡлыҡ индерелә. Үҙәк һайлау комиссияһының “Роскомнадзор” менән ҡануниәтте боҙған агитация материалдарын таратыуға юл ҡуймау буйынса сара күреү тәртибе көйләнә.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас