Бөгөн Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларында ла саралар уҙа. Өфөлә “Чернобыль катастрофаһын һәм башҡа радиация эҙемтәләрен бөтөрөгән батырҙарға” һәйкәле янында митинг үтте, сәскә һалдылар. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, төрлө ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Аппараты етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне.
“Хәрбиҙәрҙең һәм ярҙамға килгән кешеләрҙең бергә эшләүе һөҙөмтәһендә катастрофа айырым сиктәргә индерелә. Донъя йәмәғәтселеге быларҙы тейешенсә баһалай. Башҡортостандын ҡотҡарыусылар әле ике меңдән әҙ ҡалған, улар йылдан-йыл кәмей бара. Әммә улар күрһәткән батырлыҡты хәҙер тейешлесә тик беҙ генә – был тарихтың вариҫтары баһалай алабыҙ. Чернобыль атом станцияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға ысын йөрәктән рәхәмәт белдерәм, оҙон ғүмер һәм һаулыҡ тәләйем. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ”, – тине Александр Сидякин.
Сарала Хөкүмәт Премьер-министрының урынбаҫары Ирек Сәғитов та сығыш яһаны.
“Чернобыль һүҙе кеше ҡайғыһы һәм хәсрәте, шулай уҡ ул Чернобыль атом станцияһы эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡиғаларында ҡатнашҡан кешеләрҙең ҡаһарманлығы символы. Ул саҡта бөтә Советтар Союзынан һалдаттарҙы ла, ҡотҡарыусыларҙы ла, шул иҫәптән ябай граждандарҙы ла саҡыралар. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шул иҫәптән 10 меңдән ашыу Башҡортостан Республикаһынан ебәрелә. Улар араһынан 193-тән ашыу кеше дәүләт наградалары, Батырлыҡ ордены менән наградланған”, – тип Ирек Сәғитов яҡташтырбыҙҙың батырлығын иҫкә алды.
Бынан 35 йыл элек – 1986 йылдың 26 апрелендә Украинала Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау була. Унда 4-се блок зыян күрә. Һөҙөмтәлә Припять ҡалаһы һәм уның тирәләй үлемесле радиация тарала. Һандар теле менән әйткәндә, 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла, зыян күләме йөҙҙәрсә тапҡырҙан артып китә. Ә Чернобыль халҡы Хиросимаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланышҡа дусар була. Бөтәһе 160 мең квадрат километр биләмә бысрана. Был эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең һаулыҡтары ҡаҡшай, күптәре ваҡытынан алда вафат булып ҡала.