Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Апрель 2021, 18:50

Чернобылселәргә - дәүләт наградалары

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов “Башҡортостан” гәзитенә түбәндәге фекерҙәрен еткерҙе.

Бөгөн Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө булды. Ошо ваҡиға айҡанлы республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалаларында төрлө саралар уҙҙы.
Көндөҙ Өфөлә “Чернобыль һәләкәтен һәм башҡа радиация эҙемтәләрен бөтөргән батырҙарға” һәйкәле янында митинг ойошторолһа, һуңынан унда ҡатнашҡандарҙы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Чернобыль батырҙарына“ концерт-реквием” тип исемләнгән тантаналы сараға саҡырҙылар.
Тантана фажиғә ҡорбандарын бер минут тын ҡалып иҫкә алыу менән башланды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Чернобыль атом электр станцияһы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм уларҙан бер төркөмгә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Атап әйткәндә, Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүгә тос өлөш индергән биш яҡташыбыҙ – Салауат Юлаев орденына, биш кеше – Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына һәм тағы ете кеше Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Сарала ҡатнашыусыларҙы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров бер төркөм чернобылселәргә Рәсәй наградаларын тапшырҙы.
Тантанала Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә өлөш индергән 285 яҡташыбыҙ, шулай уҡ республиканың 33 муниципаль районынан һәм алты ҡала округынан уларҙың тол ҡатындары, ғаилә ағзалары ҡатнашты. Сараны ойоштороуға “Төбәк” электрон сауҙа майҙансығы һәм “Янғантау” шифаханаһы ярҙам иткән. Әйткәндәй, муниципаль райондарҙа “Чернобыль АЭС-ындағы аварияның 35 йыллығы уңайынан” тигән иҫтәлекле билдәләр тапшырылды.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Чернобыль һәләкәтенә арналған сараларға бәйле “Башҡортостан” гәзитенә түбәндәге фекерҙәрҙе еткерҙе:
“Бынан теүәл 35 йыл элек, 1986 йылдың 26 апрелендә, Чернобыль атом электр станцияһында дүртенсе реактор шартлай. Ул Хиросимаға 50 атом бомбаһы ырғытҡандай көскә тиң. Һөҙөмтәлә күпме кеше нурланыш алып, сирләп үлеп ҡалды... Илдән - 600 меңдән ашыу, ә Башҡортостандан ун меңдән күберәк кеше киткән. Бөгөн республикала яҙмышы ошо һәләкәткә бәйле ике мең тирәһе кеше бар. Ветерандарҙы беҙ бер ҡасан да иғтибарһыҙ, хәстәрлекһеҙ ҡалдырмайбыҙ. Быйыл республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса юғары дәүләт наградалары, Салауат Юлаев ордены тапшырҙыҡ. Ветерандар дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә төр ярҙамды алып тора, шифаханаларҙа ял итә, дауаханаларҙа һаулығын нығыта. Радий Фәрит улы был мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт үҙ контролендә тота. Чернобылселәргә урындағы хакимиәт башлыҡтары һәр саҡ ярҙам итә. Беҙ Чернобыль АЭС-ы ветерандары ойошмаһы менән килешеп эшләйбеҙ”.
Автор фотоһы.
Читайте нас