Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреү сараһында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү бара. Сираттағы кандидат ҡатнашырға теләк белдереп документтарын тапшырҙы. Ул – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.
Үҙен әүҙем йәмәғәтсе итеп күрһәткән Шамил Вәлиев яңы статуста тыуған республикаһына ярҙам күрһәтеү маҡсатында Дәүләт Думаһына һайлауҙа үҙен һынап ҡарамаҡсы.
“Ҡала урмандарында төҙөлөш алып барыу мәсьәләһен өйрәнеү федераль ҡануниәтте үҙгәртеү кәрәклеге тураһында уйланырға мәжбүр итте. Былтыр ошо проблема менән шөғөлләнгәндә закондың беҙҙең Өфө урмандарын һатыуҙан һәм төҙөлөштән яҡламауын аңланым. Әлеге ваҡытта ошо тема буйынса сифатлы көйләү юҡ”, – тине Шамил Вәлиев, фекере менән уртаҡлашып.
Йәмәғәтсе "Берҙәм Рәсәй"ҙә тормаһа ла, былтырҙан бирле партия ирекмәндәре менән иңгә-иң терәшеп республика халҡына пандемияны еңергә ярҙам итте. “Беҙҙең оло быуын – өләсәй-олатайҙар үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын өсөн барыһын да эшләнек. Уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыныҡ, башҡа кәрәкле ярҙам күрһәттек”, – ти ул.
Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе билдәләүенсә, алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға документ йыйыуы ауыр булмаған. “Дәүләт хеҙмәте” порталы ярҙамында был инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп килә.
“Элек һәр ҡағыҙ артынан кабинеттар буйлап йүгерергә тура килһә, хәҙер күпкә ябай. Шәхсән мин документтар йыйғанда ауырлыҡтарға осраманым. Был үҙенә күрә тест, кем илдең закондар сығарыу органында эшләргә теләй - ауыр булмаған ошо мәсьәләне үтәргә тейеш”, – тине Шамил Вәлиев, праймеризға документ йыйыу барышын һүрәтләп.
Республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Бының өсөн сайтта теркәлергә йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беренсе ҡаттағы 10-сы бүлмәлә документтар ҡабул ителә. Комиссия иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә - тәнәфес. Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
6 апрелдән 15 майға тиклем онлайн-дебаттар уҙа. Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталын ҡулланып, электрон формала уҙасаҡ. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.