Бөгөн Межгорье ҡалаһы Советы Межгорье ябыҡ автономлы территориаль округ башлығы Илья Тереховты, ваҡытынан алды вәкәләттәрен һалыуға бәйле, вазифаһынан бушатты.
Илья Терехов ҡала менән ике йыл идара итте. Ул был вазифаға ике йыл элек 15 апрелдә тәғәйенләнгәйне. И. Тереховтан алда Межгорье ҡалаһы мэры Виктор Панченко ла үҙ теләге менән вазифаһынан китте.
Әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Вячеслав Калугинға йөкмәтелгән.
Мәғлүм булыуынса, республикалағы ябыҡ ҡала тормошо яңынан йәнләнә башлаған, йәғни хәрбиҙәр ҡайтыуы көтөлә.