Закондар үтәү өсөн яҙыла, әммә күптәр, был ҡағиҙәне инҡар итеп, үҙенсә йәшәп маташа. Әлбиттә, бындай башбаштаҡлыҡҡа ҡасан да булһа сик ҡуйыла. Ошо йүнәлештә күҙәтеү органдары тос өлөш индерә. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ниндәй закондар йышыраҡ боҙола, кемдәр яуаплылыҡҡа тарттырылған – ошо хаҡта Өфө ҡалаһының Киров районы прокуроры Илһам ХӘБИБУЛЛИН менән һөйләштек.
– Илһам Ғәле улы, һеҙ етәкселек иткән Киров районы прокуратураһына республиканың төп дәүләт учреждениелары урынлашҡан биләмәлә закондың үтәлешен күҙәтеү бурысы ҡуйылған. Был иңегеҙгә икеләтә яуаплылыҡ һала түгелме?
– Киров районы прокуратураһында 20 оператив хеҙмәткәр эшләй. Улар прокурор етәкселегендә район биләмәһендә закондың үтәлешен тәьмин итә. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһенә күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыу өсөн айырым участка беркетелгән. Бөтә заманда ла прокуратура – һәр гражданға үҙен борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итә алған берҙән-бер орган тип әйтергә мөмкин.
Прокуратура органдары өсөн төп һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – кеше һәм граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын, дәүләттең законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш һәм законлылыҡты тәьмин итеү.
– Һуңғы ваҡытта халыҡ ниндәй мәсьәләләр менән йышыраҡ мөрәжәғәт итә?
– Прокуратураның төп тәғәйенләнеше – хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге, шуға күрә прокуратура хеҙмәткәрҙәре бөтә өлкәләрҙә лә тикшереүҙәр уҙғара. Граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын яҡлау буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Мөрәжәғәттәрҙең даими артып барыуы кешеләрҙең прокуратураға ышаныс белдереүе тураһында һөйләй ҙә инде. Былтыр район прокуратураһында 4882 мөрәжәғәт ҡаралды.
Хеҙмәт кешеһенең хоҡуғын яҡлау саралары күрелә. Мәҫәлән, уҙған йылда Вәлиевтәр ғаиләһе Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитетының беренсе тыуған балаға берҙәм социаль түләү күсереүҙән баш таратыуы хаҡында белдереп мөрәжәғәт итте. Тикшереү һөҙөмтәһендә был йәһәттән закон боҙоуҙар асыҡланды һәм Киров район судына дәғүә ғаризаһын ебәрҙек. Шулай итеп, беҙҙең булышлыҡ һөҙөмтәһендә Вәлиевтәр ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 300 мең һумға сертификат алды.
Заказ биреүселәрҙең дәүләт һәм муниципаль контракттар башҡарған хужалыҡ итеүсе субъекттар менән ваҡытында иҫәпләшеүен етди күҙәтеүҙә тотабыҙ. Ошо йәһәттән былтыр район прокуратураһы күргән саралар һөҙөмтәһендә 420 миллион һумдан ашыу күләмдә бурыстарҙы түләттереүгә өлгәштек.
Бынан тыш, прокуратура эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын боҙоуға бәйле башҡа осраҡтарҙы ла асыҡланы. Мәҫәлән, пандемия осоронда сауҙа үҙәген арендаға алған эшҡыуарҙарҙың ҡуртым хаҡын түләүе буйынса бурысы йыйылған. Тикшереү һөҙөмтәһендә сауҙа объекты етәкселегенең, килешеүгә ярашлы бурыстары булған ҡуртымсыларға электр утын биреүҙе сикләүе тураһында ебәргән белдереүенең законһыҙ булыуы асыҡланды. Ошоға бәйле, прокуратура предприятиеның генераль директорына ҡануниәтте боҙорға ярамағанлығы хаҡында киҫәтеү ебәрҙе.
– Ниндәй йүнәлештәр айырыуса өҫтөнлөк менән файҙаланыла?
– Беҙҙең өсөн бөтә өлкәләр ҙә мөһим булып ҡала, ә шулай ҙа хеҙмәт ҡануниәтен үтәү, ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләү кеүек йүнәлештәрҙе күҙәтеүгә айырыуса иғтибар бирәбеҙ. Беҙгә килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге эш хаҡын түләмәүгә бәйле. Мәҫәлән, былтыр был өлкәлә бер меңдән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланды, йәғни йәмғеһе 105 миллион һум тәшкил иткән 1067 дәғүә ғаризаһы судҡа ебәрелде.
Прокуратура, “Инко” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеген тикшереп, уның эшселәре алдында хеҙмәт хаҡы буйынса 24 миллион һум бурысы булыуын асыҡланы. Хеҙмәт хаҡын тулыһынса ҡаплатыуға өлгәштек, шулай уҡ предприятие директоры административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше лә ҡуҙғатылды.
“Амстрон” кирбес заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге хеҙмәт ҡануниәтен боҙған өсөн Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.27-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа бер нисә тапҡыр тарттырылды. Йәмғиәттең финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереү һөҙөмтәһе буйынса прокуратура материалдары Тәфтиш комитетының Киров район бүлегенә тапшырылды, әле енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. 129 эшсенең хоҡуғын яҡлау буйынса дәғүә ғаризалары судҡа тапшырылды. Һөҙөмтәлә, 9,7 миллион һум күләмендә хеҙмәт хаҡын түләттереүгә өлгәштек.
Былтыр прокуратура булышлығында бөтәһе 69 миллион һумдан ашыу күләмдә хеҙмәт хаҡы түләттерелде. Беҙ тикшергән материалдар буйынса туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылды: “ИНКО”, “Гвардия” шәхси һаҡ ойошмаһы, “Яңы Техника”, “Амстрон” кирбес заводы”, “СпецМонтажТехнология”, “Балалар майҙансыҡтары”, “БАШМИЛК” агрохолдингы” һәм “Система” ойошмаларына ҡарата.
– Киров районында енәйәткә бәйле хәл торошо нисек һәм кешеләрҙе бындай аҙымға нимә этәрә?
– Прокуратура координацияһы һөҙөмтәһендә барлыҡ тәртип һаҡлау органдары енәйәтселеккә ҡаршы бик етди эш алып бара. Әммә ошондай хәлдә лә беҙҙең районда ғына 3800-ҙән ашыу енәйәт теркәлгән. Уларҙың төп өлөшө граждандар һәм предприятиеларҙың милеген урлауға бәйле. Мәҫәлән, былтыр кибермутлашыу өлкәһендә ҡылынған енәйәттәр 588-гә барып етте, был 2019 йылға ҡарағанда 67 осраҡҡа күп. Енәйәтселәр криминаль маҡсатта мәғлүмәт-коммуникация технологияларын әүҙем файҙалана, йәғни ошондай осраҡтарҙың 80 проценты ҡулланыусының шәхси мәғлүмәтен (банк иҫәбе һандарын, паспорт мәғлүмәттәрен, кодтарҙы, паролдәрҙе һәм башҡаларҙы) урлап файҙаланыу һөҙөмтәһендә ҡылынған.
Кибермутлашыусыларҙың ҡорбанына әйләнмәҫ өсөн киберкиңлектә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, алған мәғлүмәтте һәр ваҡыт тикшерергә кәрәк, шулай уҡ интернетта билдәһеҙ һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ. Әгәр ҙә яҡын кешегеҙ бәләгә тарыһа, шунда уҡ уның менән бәйләнешкә инегеҙ. Банк картаһы тураһындағы мәғлүмәтте компьютерҙа йәки смартфонда һаҡламағыҙ.
Үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең кәмеүен ыңғай яҡтан билдәләргә мөмкин. Был прокуратура күҙәтеүе аҫтында эске эштәр органдарының иҫкәртеү йүнәлешендә алып барылған эшенең һөҙөмтәһе.
– Әле халыҡты төп борсоған мәсьәләләрҙең береһе – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм өлөшсөләр ҡатнашлығындағы төҙөлөштәр. Был йүнәлештәрҙә ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?
– Өлөшләтә торлаҡ төҙөү өлкәһендә законлылыҡты тәьмин итеү юғары социаль әһәмиәткә эйә. Ошоға бәйле район прокуратураһы өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлауға айырыуса иғтибар бирә, өлөшләтә төҙөлөштөң барлыҡ стадияларында ла хәлде даими күҙәтеп тора. Беҙҙең район биләмәһендә 42 төҙөүсе тарафынан күп фатирлы 84 йорт төҙөлә, шул иҫәптән 80 объектҡа ете мең граждандың 25 миллиард һумдан ашыу аҡсаһы йәлеп ителгән.
– Ниндәй етешһеҙлектәр, хоҡуҡ боҙоу күренештәре йышыраҡ осрай?
– Төп хоҡуҡ боҙоуҙар төҙөлгән йорттоң сифатына, проект декларацияһына тура килмәүенә, торлаҡты тапшырыу ваҡытын кисектереүгә һәм башҡаларға бәйле.
Район прокуратураһы дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары менән хеҙмәттәшлек итә һәм өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөнөң яңы тәртибенә күсеү хәлен даими күҙәтә. Элекке ҡағиҙәләр буйынса күп фатирлы йорттарҙағы төҙөлөштө тамамлау барышы айырыуса күҙәтеүгә алынған.
Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, урынбаҫарҙары, Өфө ҡала округы һәм райондары хакимиәттәре вәкилдәре, төҙөүселәр ҡатнашлығында объекттарҙа эшлекле осрашыуҙар үткәрелә. Унда өлөшсөләр берлектәре лә даими йәлеп ителә.
Район прокуратураһы башҡарған эш һөҙөмтәһендә төҙөлөштө тамамлау юлы тураһында ҡарар әҙерләнде һәм раҫланды, шул уҡ ваҡытта былтыр Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына, Граждандарҙың – өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуғын яҡлау фондына ебәргән мәғлүмәттәр һөҙөмтәһендә Проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрынан уға нигеҙһеҙ индерелгән өс объект төҙөлөшө – “ПХК Меркурий” (бер), “Башстройкомплект” (ике) – алынды.
Төҙөүсеһе “Промсталь заводы” булған “проблемалы объект” буйынса артабанғы эштәр “Оникс” йәмғиәте компанияһына тапшырылды. Һөҙөмтәлә былтыр алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғы тергеҙелде – 119 хужа фатирлы булды.
Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһындағы ҡануниәтте үтәү өлкәһендә граждандарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге әүҙем алып барыла. Былтыр ошо йүнәлештә 80-дән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланды, шул иҫәптән тейешле сифаттағы коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүгә, уңайлы көнкүреш шарттарын булдырыуға, ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлауға ҡағылышлы бөтә тармаҡтарҙа ла көнүҙәк һорауҙар буйынса 180 мөрәжәғәт килде.
Күпселек мөрәжәғәттәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, шул иҫәптән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләүҙе дөрөҫ иҫәпләмәүҙәре хаҡында. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Өршәк станцияһында халыҡ 2020 йылдың ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәте өсөн айырым квитанциялар ала, йәғни “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы һәр кешенән 70-әр һум йыя. Әммә төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, предприятие ғинуар-март айҙарында ауылды хеҙмәтләндермәгән. Был хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса предприятиеға күрһәтмә сығарылды, һөҙөмтәлә ауыл халҡынан нигеҙһеҙ алынасаҡ аҡса, ҡайтанан иҫәпләп, кире ҡайтарылды. Прокуратура торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә граждандарҙың хоҡуғын күҙәтеү йүнәлешендә эшмәкәрлекте дауам итә.
– Илһам Ғәле улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Тимәк, граждандар, хоҡуҡтары боҙолған осраҡтар буйынса яҡлау эҙләп, прокуратура органдарына мөрәжәғәт итә ала.