Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Апрель 2021, 15:15

Һәр мәсьәлә – иғтибар үҙәгендә

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә көнүҙәк темалар тикшерелде.

Кисә Хөкүмәттәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы ялда.


Андрей Назаров, кәңәшмәне асып, ил Президенты Владимир Путиндың үткән аҙнала Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен хәтергә төшөрҙө. Дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн республика властары бөгөндән эшкә тотонған. Был мәсьәлә йыл дауамында даими контролдә тотоласаҡ.
Сираттағы тема коронавирусҡа бәйле булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, хәлдәр тотороҡло.

Һуңғы тәүлек эсендә 97 кеше инфекция йоҡторған. Дөйөм алғанда, был диагноз Башҡортостанда 34984 кешегә ҡуйылған. Сирлеләрҙең күпселегенең хәле һәйбәт һәм улар өйҙә дауалана – 1918 кеше. 157 кеше – дауаханала, 11-енең хәле ауыр.
Һауыҡҡандар һаны артҡандан-арта. Дөйөм сирлеләрҙең 93 проценты – 32500 кеше йүнәлгән, 171 кеше – һуңғы тәүлектә.

Республикала коронавирустан вакцинациялау дауам итә. Башҡортостанға 295832 доза вакцина килтерелгән. 240218 кеше уның тәүге компонентын һалдырған, 144282 кеше прививка ҡаҙатыуҙы тамамлаған. 26 апрелдән 28-енә тиклем сираттағы вакцина партияһы киләсәк тип көтөлә.
Максим Забелин белдереүенсә, байрам көндәрендә барлыҡ вакцинация пункттары эшләйәсәк. Уларҙың эш графиктары тураһында өҫтәмә мәғлүмәт биреләсәк.
Кәңәшмәлә уҙған ялдарҙа Ишембайҙағы ҡурҡыныс янғын тураһында ла һөйләшеү булды. Ул саҡта дүрт кешенең, шул иҫәптән ике баланың, ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын төҙөк булмаған электр сымы арҡаһында сыҡҡан.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, был фажиғәнән ҡотолоп ҡалып булған. Баҡһаң, йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған, тик ике көн элек уның батарейкаһы ултырған булған. Фәрит Ғүмәров ошо йәһәттән муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, май байрамдарына тиклем янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайламаларҙың булыу-булмауын, уларҙың эшләү-эшләмәүен тикшереүҙе ойошторорға ҡушты.
Яҙҙың иң мөһим кампанияһы – сәсеү башланды. Быйыл ул нисек уҙыр, күпме иген сәселер? Былар тураһында вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Уның белдереүенсә, быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре тарафынан 2 миллион 14 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселәсәк. Эштәр төрлө сроктарҙа алып барыласаҡ: иртә, уртаса һәм һуң. Был үҫентеләрҙең һауа торошо тәьҫире арҡаһында һәләк булыу ихтималлығын булдырмау өсөн кәрәк.
Бөгөнгә ҡарата яҙғы сәсеүҙә 23 район ҡатнаша. 12,6 мең гектар ер сәселгән, шуның 10,5 мең гектары – яҙғы культуралар. Быйылғы йыл уңышы өсөн сәселгән ужым майҙаны 418,4 мең гектар тәшкил итә. Уның 187 мең гектарында – ужым арышы, 221 мең гектарында ужым бойҙайы үҫәсәк.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тик­шереүҙәр сәселгән майҙандарҙың 93 проценты йәки 390 мең гектары – һәйбәт һәм ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә, 7 проценты йәки 29 мең гектары насар икәнен күрһәткән.
– Юғары уңышты тәьмин итеүҙең төп шарты булып һәр ваҡыттағыса минераль ашламалар ҡулланыу тора. Бөгөн планға ҡарата 89 процент йәки 71 мең тонна ашлама йыйылған. Был былтырғы йыл кимәле менән са­ғыштырғанда 130 процент тәшкил итә, – тине ул.
Шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын баҫыу эштәренә әҙерләү бара. Тупраҡты әҙерләүҙә 10,6 мең трактор агрегаты һәм биш мең техника ҡатнашасаҡ. Республикала әүҙем рәүештә ауыл хужалығы техникаһы яңыртылыу арҡаһында, быйыл тупраҡты эшкәрткән агрегаттар былтырғы менән сағыштырғанда – 480 берәмеккә, сәсеү агрегаттары 180-гә артҡан.


Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тикшереүҙәр сәселгән майҙандарҙың 93 проценты йәки 390 мең гектары – һәйбәт һәм ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә, 7 проценты йәки 29 мең гектары – насар икәнен күрһәткән.
– Юғары уңышты тәьмин итеүҙең төп шарты булып һәр ваҡыттағыса минераль ашламалар ҡулланыу тора. Бөгөн, планға ҡарата 89 процент йәки 71 мең тонна ашлама йыйылған. Был былтырғы йылдың кимәле менән сағыштырғанда 130 процент тәшкил итә, – тине ул.
Шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын баҫыу эштәренә әҙерләү бара. Тупраҡты әҙерләүҙә 10,6 мең трактор агрегаты һәм биш мең техника ҡатнашасаҡ. Республикала әүҙем рәүештә ауыл хужалығы техникаһы яңыртылыу арҡаһында, быйыл тупраҡты эшкәрткән агрегаттар былтырғы менән сағыштырғанда – 480 берәмеккә, сәсеү агрегаттары 180-гә артҡан.
Кәңәшмәлә республикалағы төп экологик проблемалар тураһында ла һөйләшеү булды. Улар тураһында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
Уның белдереүенсә, тирә-яҡ мөхиткә бысратыусы матдәләрҙе ташлау күләме буйынса Башҡортостан былтыр Рәсәй төбктәре араһында һигеҙенсе урынды яулаған. Иң бысраҡ һауалы ҡалалар булып Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат һанала. Баш ҡалаға килгәндә, бында иң ҙур зыянды өс нефть эшкәртеү заводы һәм “Өфөоргсинтез” килтерә. Стәрлетамаҡта – БСК, “ТАУ” төркөмө предприятиелары, Салауатта – “Газпром нефтехим Салауат”.
Был предприятиелар төндәрен һәм ял көндәрендә бысраҡ матдәләрҙе һауаға сығара, был турала халыҡтың ялыуҙары һәм ПДК артыуы теркәлеүе һөйләй. Тимәк, улар нормативтарҙы үтәүҙә үҙҙәрен намыҫһыҙ тота. Бөгөн республиканың иҡтисадын булдырған барлыҡ предприятиеларҙан етештереүҙе яңыртыу талап ителә тине Урал Искәндәров.
Уҙған аҙнала ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ла ошо теманы күтәреп, уны хәл итеү юлдарын тәҡдим иткәйне. Министрлыҡ был эшкә әҙерлекте башлаған, тик уға тиклем бик күп иҫәпләүҙәр эшләргә, күҙәтеү алып барырға кәрәк.

Урал Искәндәров белдереүенсә, Башҡортостанда 12 районда таҙартыу ҡорамалдары юҡ, тимәк, ауыл-ҡалаларҙың сәнәғәт һыуҙары таҙартыуһыҙ сығарып ташлана. Ә уларҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре бик яй башҡарыла. Был проблеманы хәл итеүҙең юлы булып шәхси торлаҡ бҫтәләре өсөн локаль таҙартыу ҡорамалдары төҙөү тора.
Тағы бер күтәрелгән тема – сүплектәр. Урал Искәндәров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда быйыл 500 сүплек юҡҡа сығарылырға тейеш. Тик был йәһәттән дә проблемалар етерлек. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Өфө районының Сергеевка һәм Ҡырмыҫҡалы районында ике сүп-сар полигоны тулған тиерлек.
Законға ярашлы, сүплектәрҙең милекселәре һәм ҡуртымға алған кешеләр уларҙы рекультивацияларға тейеш, ләкин улар был эш менән шөғөлләнмәй тиерлек. Проблеманы хәл итеү өсөн прокуратура “Росприроднадзор” идаралығы менән берлектә эшләргә тейеш.
Министр әйтеүенсә, 2019 йылдан алып сүплектәрҙе юҡҡа сығармаған райондар бар. Был – Белорет, Иглин, Ҡариҙел, Мәсетле райондары.

Дөйөм алғанда, республиканың ҡалдыҡтар кадастры мәғлүмәттәре буйынса, 2122 рөхсәтһеҙ сүплекте юҡҡа сығарырға кәрәк. Уларҙың дөйөм күләме – 2200 гектар.
Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 13546 километр тәшкил итә, шуның 8898 километрына асфальт түшәлгән. Был турала республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдерҙе. Ул юлдарға тамға һыҙыуға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.
Быйыл юлдарға горизонталь тамға һыҙыу өсөн республиканың Юл хужалығы идаралығы 647 миллион һумлыҡ дәүләт килешеүе төҙөгән. Эштәрҙең 317 миллион һумы быйыл һәм 329 миллион һумы 2022 йылда башҡарыласаҡ.
5 апредән 23-өнә тиклем юл хужалығы идаралығы белгестәре подряд ойошмалары менән берлектә юлдарҙы тикшереү өсөн рейдтарға сыҡҡан, тамғаларҙы ҡайҙа яңыртырға, ҡайҙа яңыһын һыҙырға кәрәклеген билдәләгән.
– Графикка ярашлы, 27 апрелдән буяу менән тамға һыҙа башларға тейешбеҙ, уртаса тәүлек температураһы плюс 10 градусҡа етһә, термопластик тамғалар һалынасаҡ. Подряд ойошмалары барлыҡ кәрәкле техника менән тәьмин ителгән, – тине Виктор Жульков.
Эштәрҙе СКПДИ системаһы буйынса ҡабул итеп аласаҡтар. Графикка ярашлы, улар 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.

Башҡортостан Башлығының йәмәғәт урындарын һәм ҡала мөхитен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова республиканың ҡала хакимиәттәрендә яңы вазифа – парк-менеджерҙар булдырырға тәҡдим итте. Уның фекере буйынса, был кешеләр аҙна һайын биләмәне тикшереп сығырға, йыйыштырыуҙы һәм ҡорамалдарҙы алмаштырыуҙы ойошторорға, йәмәғәт урындарының социаль селтәрендә сәхифәһен алып барырға, ваҡиғалар календарын булдырырға һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнергә тейеш.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, Башҡортостанда 14 муниципалитетта йылылыҡ миҙгеле тамамланыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Йылы биреү Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Күмертау, Ағиҙел ҡалалары, Борай, Благовещен, Баҡалы, Кушнаренко, Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез райондарында туҡтаған. Башҡалар йылылыҡ миҙгелен һауа торошона ҡарап, яҡын арала тамамларға йыйына.
Шулай уҡ Ирина Голованова 24 апрелдә республикала үткәрелгән Бөтә Рәсәй өмәләренә лә йомғаҡ яһаны. Һауа торошо насар булһа ла, халыҡ уларҙа дәррәү ҡатнашты.
Читайте нас