Рәсәй Президенты Владимир Путин запаста булған граждандарҙы 2021 йылда мобилизация әҙерлегенә саҡырыу буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡ-мәғлүмәт порталында баҫылған.
“Запаста булған Рәсәй Федерацияһы граждандарын 2021 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә һәм Федераль именлек хеҙмәте органдарында хәрби йыйын үтеү өсөн саҡырырға”, – тип әйтелә указда.
Рәсәй Хөкүмәтенә һәм субъекттарҙың башҡарма власть органдарына граждандарҙы хәрби йыйынға саҡырыу һәм уны уҙғарыуға бәйле сараның үтәлешен тәьмин итергә ҡушылған.