Дүртөйлө районы Советы ҡарары менән райондың хакимиәт башлығы итеп Риф Йосопов тәғәйенләнде. Конкурс комиссияһы ултырышы 27апрелдә үткәрелде.
“Мин бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үттем һәм миңә ышанған һәм ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә лә рәхмәт белдергем килә. Депутаттар корпусына, предприятие һәм хужалыҡтар етәкселәренә, урынбаҫарҙарыма, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә емешле эштәре өсөн рәхмәт, мин артабан да халҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәгебеҙҙе беләм,” - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Риф Йосопов 1964 йылдың 4 авгусында Саҡмағош районында тыуған. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, ғилми хеҙмәттәре, монографиялары бар. 2019 йылдан Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы булып эшләне.
Риф Сәғәҙәтулла улына яуаплы хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ!