Бөгөн Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә киң матбуғат саралары тураһындағы ҡануниәттә ҡаралған журналистар хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙең өҫтәмә сараларына арналған кәңәшмә булды.
Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, хоҡуҡ һаҡлау органдары – Прокуратура, Эске Эштәр министрлығы, Росгвардия идаралығы башлыҡтары, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, баш мөхәррирҙәр ҡатнашты.
Бындай форматтағы осрашыу тәүге тапҡыр үткәрелде. Ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса ойошторолдо.
"Башҡортостанда журналистар эшмәкәрлегенең электән килгән йолалары һәм хоҡуҡи мәҙәниәте, уларҙың йәмәғәтселек менән эш итеү тәртибе бар. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары беҙҙә лә бар, был мәсьәләне тәрән өйрәндек. Тик улар күп түгел. Башлыса мәғлүмәт бирмәү йәки быны ваҡытында эшләмәү менән бәйле. Бөгөнгө һөйләшеүҙең маҡсаты булып күп кеше ҡатнашҡан акцияларҙы һәм сараларҙы яҡтыртырға килгән журналистарҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү йәһәтенән конструктив диалог булдырыу тора", – тине Баш федераль инспектор Алексей Касьянов. Ул шулай уҡ, журналистар ҙа закон талаптарын үтәргә тейеш, тине.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һөнәри хеҙмәттәшлек мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашты, шулай уҡ журналистар хоҡуҡтарын булдырыу буйынса яңы сараларҙы тикшерҙе. Бындай кәңәшмәләрҙе артабан да дауам итергә кәрәк тигән ҡарарға килделәр.
"Бөгөн ҡайһы бер темалар буйынса аңлаша алдыҡ, критикаһыҙ ҙа булманы. Ҡайһы бер һорауҙар буйынса әҙер яуаптар ишетмәнек. Тик бөтәһе лә диалог кәрәклеге менән ризалашты. Киң матбуғат саралары өсөн асыҡлыҡ һәм мәғлүмәт ала алыу - иң мөһиме", – тине журналист, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Руслан Вәлиев.
Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Алексей Касьянов был йәһәттән булған барлыҡ яңғырауыҡлы осраҡтар Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты контроленә алына тине, ә журналистар менән хоҡуҡ һаҡсылары араһындағы хеҙмәттәшлекте көйләү эше дауам итә.