Уҙған тәүлектә Башҡортостан юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән һәм уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәт алған. Ә дөйөм алғанда, 29 апрелдә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2240 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, шул иҫәптән 24 эскән водителде тотҡан.
Ял көндәрендә, байрамдарҙа юлдарҙың тыныслығын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре теүәл үтәлеүен тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре инде традицияға әйләнгән иҫкәртеү рейдтарына сыға.
“Транспорт ағымының көсәйеүенә бәйле, водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең иғтибарлы булыуын һорайбыҙ”, – тип белдерҙе социаль селтәрҙәге диуарында республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов.