Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Берҙәм Рәсәй” партияһының Дәүләт Думаһына һайлауға кандидаттар һайлау өсөн алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша. Ул бөгөн, 13 майҙа алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты ултырышында теркәлде.
Ойоштороу комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары Константин Толкачев белдереүенсә, Александр Сидякин хеҙмәте бурыстары буйынса төбәктең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә тәрән күмелән кеше. Уның фекере буйынса Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе булыу тәжрибәһе һәм дәүләт идаралығы механизмдарын аңлау Александр Сидякинды федераль парламентта Башҡортостандан урын алыуға лайыҡлы кандидат яһай.
Александр Сидякин билдәләүенсә, алдан тауыш биреүҙе тик сәйәси яҡтан өлгөрөп еткән партия ғына эшләй ала.
– Алдан тауыш биреүгә ил кимәлендә лә, беҙҙең республикала ла теркәлгән күп һанлы кандидаттар быға сағыу миҫал. Исемлектәрен аңлашылмаған принциптар буйынса формалаштырған партияларҙан айырмалы, “Берҙәм Рәсәй”ҙә барыһы ла асыҡ. Беҙҙә лайыҡлы исемлек барлыҡҡа килер һәм “Хәбиров командаһы” төрлө кешеләр тарафынан тәҡдим ителер тип ышанам. Кандидаттар араһында яңы кешеләрҙе көтәбеҙ, улар республика һәм унда йәшәгән кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш, –тине ул.
Шул уҡ ваҡытта телеграмм-каналдарҙа ҡайһы бер эксперттар белдереүенсә, Александр Сидякиндың алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуы уның партия исемлегенә инеп, мандат алып Мәскәүгә китәсәк тигән һүҙ түгел. Партия процедураларына юғары вазифалы чиновниктарҙы йәлеп итеү – ғәҙәти практика.
– Һайлауҙарҙы үткәреү өсөн яуаплы булған Радий Хәбировтың яҡын арҡаҙашы һайлау алды тематикаһын яҡшыраҡ аңлау, партия эсендә нимә барғанын күреү һәм был процестарҙы яҡшыраҡ контролдә тотоу өсөн теркәлгәндер бәлки. Был ғәҙәти ойоштороу-штаб эшмәкәрлеге. Икенсе вариант буйынса, Сидякин артабан халыҡҡа күренеп эшләр өсөн яңынан сәйәси “мускулдарын” нығыта. Талантлы менеджерға даими рәүештә төрлө төбәктәрҙә юғары постар күҙаллайҙар. Өсөнсөһө – былар һайлау процесына иғтибар йәлеп итеү өсөн кәрәк, мәғлүмәти-оҙатыу кампанияһының бер өлөшө, – тип яҙа t.me/podslushanorb каналы.
Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү 14 майҙа тамамлана. Бөгөн Башҡортостанда 155 кандидат теркәлгән. 19 апрелдән алып республикала йәшәгән һәр теләгән кеше алдан тауыш биреү сайтында теркәлә һәм аҙаҡ онлайн тауыш бирә ала. Алдан тауыш биреү электрон формала 24 майҙан 30 майға тиклем барасаҡ. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында авторизация үтеү кәрәк. Барып тауыш бирергә теләгәндәр өсөн 30 майҙа участкалар асыласаҡ.