Йәмғиәткә яңы һулыш өрҙөләр

12 майҙа Мәскәүҙә “Знание” йәмғиәтенең III съезы булды һәм унда Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ойошманың күҙәтеү советы рәйесе итеп һайланды

Быйыл 26 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының күҙәтеү советы ултырышында Максим Древаль Советтар Союзы осоронда булған белем биреүҙең үҙенсәлекле тәжрибә һәм йолаларына таянып, заманса һәм технологик белем биреү платформаһын булдырыу идеяһын тәҡдим иткәйне. Бындай эшмәкәрлек миҫалы булып “Знание” йәмғиәте килтерелде.
Дәүләт башлығы был идеяны хупланы һәм 21 апрелдә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында “Знание” йәмғиәтен заманса һанлы платформала яңыртырға кәрәк тине. Билдәле булыуынса, был ойошма 2016 йылдан ғәмәлдә, был коммерцияға ҡарамаған ойошманың төп эшмәкәрлеге ағартыу эшенә ҡайтып ҡала.
Кисә, 12 майҙа Мәскәүҙә “Знание” йәмғиәтенең III съезы булды һәм унда Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ойошманың күҙәтеү советы рәйесе итеп һайланды. Был турала йәмғиәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Уның урынбаҫарҙары булып Рәсәй Президенты ярҙамсылары Владимир Мединский, Максим Орешкин, Андрей Фурсенко һәм шулай уҡ Любовь Духанина тәғәйенләнде.
“Знание” йәмғиәтенең генераль директоры итеп “Нетология-групп” холдингына нигеҙ һалған һәм “Фоксфорд” белем биреүсе онлайн-сервисын булдырған, шулай уҡ “Рәсәй Лидерҙары. Сәйәсәт” конкурсы еңеүсеһе Максим Древаль һайланған.
Шулай уҡ күҙәтеү советына федераль министрҙар Сергей Кравцов, Ольга Любимова, Валерий Фальков, “Росмолодежь” башлығы Александр Бугаев һәм Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев ингән.
Ойошманың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, съезда 83 төбәктән 190 кеше ҡатнашҡан.
Фото: znanierussia.ru
Читайте нас