Артур Әхмәтхановты иҫкә алдылар

Сарала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм генерал-лейтенанттың дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.

Генерал-лейтенант Артур Фәрүәз улы Әхмәтхановтың вафат булыуына ике йыл. Ул һуңғы көндәренә тиклем Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләне.
Бөгөн Өфөләге Мосолман зыяратында Артур Әхмәтхановты иҫкә алыу сараһы уҙҙы. Унда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм генерал-лейтенанттың дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Сарауат районының Торналы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы Торналы совхозында балта оҫтаһы булып башлай. 1981 – 1983 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. 1985 йылда эске эштәр органдарына хеҙмәткә ҡабул ителә һәм Өфө ҡалаһының енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем үрләй, алты йылға яҡын республика ЮХХДИ-һын етәкләй, 2005-2008 йылдарҙа – Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы, 2008 – 2016 йылдарҙа Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры була.
Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Салауат Юлаев ордены, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы, исемле ҡорал, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнә.
Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас