Дүртөйлөлә - яңы прокурор

Башҡортостан прокуратураһы сайтында ошо хаҡта бойороҡҡа ҡул ҡуйылғаны хаҡында хәбәр ителә.

Дүртөйлө район-ара прокуроры итеп юстицияның өлкән советнигы Рөстәм Раянов тәғәйенләнгән. Башҡортостан прокуратураһы сайтында ошо хаҡта бойороҡҡа ҡул ҡуйылғаны хаҡында хәбәр ителә.
Рөстәм Ринат улы Раянов 1982 йылда Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһында тыуған. 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
2004 – 2008 йылдарҙа Учалы район-ара прокуроры ярҙамсыһы, тәфтишсе, Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе, Салауат ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы, республиика прокуратураһының енәйәт-процессуаль һәм оператив-тикшереү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса идаралыҡ бүлеге прокуроры була.
2008 – 2016 йылдарҙа – Краснокама һәм Нефтекама прокуроры урынбаҫары, ә 2016 йылдан бөгөнгәсә - Ғафури районы прокуроры.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының генераль прокуроры III дәрәжә “Законға тоғролоҡ өсөн” ҡаһарманлыҡ билдәһе менән наградланған, шулай уҡ республика прокуроры тарафынан да бүләкләнгән.
Фото: Башҡортостан прокуратураһы сайты.
Читайте нас