Алдан тауыш биреүҙә яңы кешеләр күп ҡатнаша

“Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттарҙы тәҡдим итеү, теркәү эшенә йомғаҡ яһаны.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған алдан тауыш биреүҙә яңы кешеләр күп ҡатнаша – партия кандидаттарҙы тәҡдим итеүгә йомғаҡ яһаны. Ҡайһы бер һайлау округтарында бер урынға 15 кеше дәғүә итә.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн тапшырылған ғаризаларҙың яртыһынан күбеһе - партияла тормағандарҙан. Барлығы 7636 ғариза бирелгән, тип хәбәр итте процедураны федераль ойоштороу комитеты рәйесе Александр Карелин 17 майҙа уҙған брифингта.
Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың 35 процентын 35 йәшкә тиклемгеләр тәшкил итә, кандидаттарҙың уртаса йәше – 41 йәш.
“Ғаризаны тапшырыу ваҡытын ике аҙнаға оҙайттыҡ. Беҙҙе быға дәғүә итеүселәрҙең дә, һайлаусыларҙың да юғары ҡыҙыҡһыныуы килтерҙе. Бөгөн Рәсәй Федерацияһынан һайлаусыларҙың дөйөм һанынан дүрт процент самаһы – был дүрт миллиондан ашыу кеше – һайлаусы булып ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ете меңдән ашыу граждан үҙен сентябрҙә уҙасаҡ төп сараға “Берҙәм Рәсәй”ҙән һайлаусы-кандидат итеп күрһәтте. Бынан тыш, Дәүләт Думаһына һайлау тураһында һөйләгәндә, бер мандатлы округтарҙа һәм исемлек өлөшөндә вәкиллек буйынса нисбәт яҡынса бер сама”, – тине Александр Карелин.
Сарала ҡатнашҡан һәр өсөнсө кеше – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле. Мәғариф өлкәһенән – 14,5, муниципаль хеҙмәткәрҙәр ун процент самаһы. Шул уҡ ваҡытта һәр дүртенсе кеше – ғәмәлдәге депутат һәм бары дүрт проценты – Дәүләт Думаһында әле эшләгән депутаттар.
“Яртыһынан күберәге – 51,2 проценты – үҙен партия менән бәйләмәй, әммә алдан тауыш биреү ваҡытында берләшергә әҙер”, – тине Александр Карелин.
Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һайлауҙа ҡатнашырға саҡырыуын ҡабул иткән йәмәғәтселәрҙе айырым билдәләне. “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә үҙ көсөн һынаған һәр өсөнсө кандидат – ирекмән, улар пандемияға ҡаршы төрлөсә көрәшкән.
Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға 156 кеше теркәлгән. Уларҙы төп өлөшөн 36 – 50 йәштәгеләр тәшкил итә (45 процент), йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткән – 35 процент.
“Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың 43 проценты “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы түгел. Иң йәшенә - 21 йәш, иң олоһона быйыл 72 йәш тула”, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров. Республикала праймеризда билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар, бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Шул иҫәптән - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге етәксеһе Анатолий Дубровский, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева, “Рәсәй студент отрядтары”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ирина Сухарева, “Облако” заман сәнғәте үҙәге етәксеһе Валерий Гагин, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, Өфөнән табип-педиатр Эльза Аҡсулпанова.
Александр Карелин алдан тауыш биреүҙең беренсе тапҡыр бөтә илдә электрон рәүештә үткәрелеүен, “Берҙәм Рәсәй”ҙең сараның ғәҙел, хәүефһеҙ уҙыуын тәьмин итәсәген белдерҙе. Ойоштороу комитеты рәйесе һайлаусыларҙы “урланған” аккаунттар аша теркәп, сараға ҡамасауларға маташыу осраҡтарының да булыуы тураһында һөйләне. Бындай аҙымдар ваҡытында асыҡлана, партия һәр ҡайһыһы буйынса тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итә.
Тауыш биреүселәрҙе теркәү 28 майға тиклем дауам итә. Әле 4,8 миллион кеше, йәғни ил һайлаусыларының биш проценты, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Думаһы һайлауында ҡатнашыуға тәҡдим иткән кандидаты өсөн тауыш биреү теләген белдергән.
Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталы аша электрон формала уҙасаҡ. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк. Һуңынан “Берҙәм Рәсәй”ҙән кандидаттар исемлеген съезд раҫлаясаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас