Ғаризаларҙың күбеһе электрон тапшырылған

“Росреестр”ға күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә 19678 ғариза тапшырылған.

2021 йылдың тәүге кварталы йомғаҡтары буйынса төбәк нотариустары тарафынан “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығына күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә 19678 ғариза тапшырылған. Ғаризаларҙың 99,9 проценты электрон төрҙә бирелгән.
"2019 йылдың февраленән “Росреестр”ға документтар тапшырыу һәм килешеүҙәрҙе раҫлау берҙәм нотариаль ғәмәлгә әүерелде. Тимәк, уларҙы нотариуста раҫлатҡан өсөн генә түләргә кәрәк, “Росреестр”ға документтарҙы тапшырыу хеҙмәте өсөн өҫтәмә хаҡ алынмай. Күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡ биргән килешеү раҫланғас, нотариус кисекмәҫтән хоҡуҡты теркәү тураһындағы электрон ғаризаны һәм бүтән документтарҙы “Росреестр”ға тапшырырға тейеш", – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Петр Клец.
"Бөгөн Башҡортостан нотариустары документтарҙы электрон теркәү, шулай уҡ нотариаль ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн кәрәкле Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы мәғлүмәттәрҙе һоратып алыу йәһәтенән уңышлы эшләй", – тине республика Нотариаль контораһы рәйесе Роза Евстафьева.
“Росреестр”ға теркәүгә ебәрелгән документтарҙың күпселеген мираҫ итеп ҡалдырылған мөлкәткә хоҡуҡтың күсеүен раҫлаған документтар тәшкил итә. Икенсе урында – күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәр. Нотариустарҙан тыш, граждандар һәм эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә власть һәм урындағы үҙидара органдары ла “Росреестр”ға документтарҙы ебәрә.
Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/304517/
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас