Ауыл хужалығы тармағы – иҡтисадтың нигеҙе

Игендең тәбиғәт менән берлектә ябай ҡулдар тыуҙырған хазина икәнен онотмай әлшәйҙәр

Бер-береһенә тамсылай оҡшаған райондар осрай, шулай уҡ, төрлө яҡтан сағыштырып ҡарағанда, айырма ер менән күккә тиңдәре лә бихисап. Кемдәрҙер һөтсөлөк тармағында уңыштарға ирешкән, икенселәр игенселектә алдынғылыҡты бирмәй, шулай уҡ ҡошсолоҡ, урмансылыҡ, умартасылыҡ, йәшелсәселек буйынса ла ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр етерлек. Иң мөһиме, бөтәһе лә уй-ниәтен бөтә тулылығында ғәмәлгә ашыра. Ысынлап та, һәр төбәк үҙенә генә хас эш алымын ҡуллана, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләй. Мәҫәлән, Әлшәй районында ла йәшәйеш һәүетемсә генә дауам итә, бында айырыуса ике тармаҡта – үҫемлекселек менән малсылыҡта һынатмайҙар.


– Беҙҙә халыҡ егәрле һәм сәмсел, шуға күрә эш урындарында ла, шәхси хужалыҡтарҙа ла тулыһынса тәртип, был турала һәр саҡ ғорурланып һөйләйем, – тип башланы һүҙен Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин. – Сәсеү тиҙҙән тамамланасаҡ, эш барышында бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар күҙәтелмәне. Иң ҡыуандырғаны – яҡташта­рымдың барыһының да кәйефе күтәренке, дәрттәре ташып тора. Агросәнәғәт комплексы бер ҡасан да туҡтамаған, киреһенсә, һәр саҡ әйләнеп торған тәгәрмәсте хәтерләтә. Тиҙҙән химик утау башланасаҡ, унан инде ураҡҡа ла күп ҡалмай. Иң мөһиме – яҡташтарымдың эш урыны бар, шуға шатлығым сикһеҙ.


Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеү уңышы – һәр йылдағыса ҡыҙыу барған, ер эше менән бәйле егәрлеләрҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһе ул. Ҡаҙаныштар һәр саҡ төплө әҙерлеккә бәйле бит. Шуны күҙ уңында тотоп, алдан яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнгән, техника ремонтланған, элиталы орлоҡ һатып алынған, ашлама ҡайтарылған.


Ғөмүмән, үҙебеҙсә фараз ҡылабыҙ, ләкин көтмәгәндә тәбиғәттең көйһөҙлөгө ҡайһы саҡта аяҡ салып та ҡуя. Иген һәм техник культуралар, күп йыллыҡ үлән йүнләп үҫмәгәндә, республика етәкселегенең был тәңгәлдә ваҡытында ҙур ярҙам күрһәтеүе һәр йәһәттән дә ҡотҡара.


Дамир Радик улы белдереүенсә, иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә, тигәндәй, былтыр ярайһы юғары бейеклектәр яулағандар, һүҙ ҙә юҡ, был хеҙмәтсәндәрҙең сәмселлегенә туранан-тура бәйле.


Әлшәй ауыл хужалығы тармағы буйынса элек-электән яҡшы үҫешкән район булараҡ дан тота. Был яҡтарҙа иген баҫыуҙарының иге-сиге күренмәй. Әлбиттә, игендең тәбиғәт менән берлектә ябай ҡулдар тыуҙырған хазина икәнен онотмайҙар. Шул уҡ ваҡытта хәҙер ҙә мал һандарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, хатта уны арттырыуға ла өлгәшелгән. Бынан тыш, сәсеүлек майҙанын кәметеүгә юл ҡуйылмаған.


Иҡтисадты ауыл хужалығы һәм сауҙа тармаҡтарынан тыш күҙ алдына килтереүе һис тә мөмкин түгел, ундағы бәләкәй һәм урта предприятиелар табышлы эшләй. Бынан тыш бүтән эшҡыуарҙар халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә, тауар етештерә һәм йорттар төҙөй. Был районда үҙ эшен асырға теләк белдереүсене һәр саҡ ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр, белгестәр төрлө файҙалы кәңәштәр бирә. Кеше бер урында тапанмаһын йәки уйынан кире ҡайтмаһын өсөн төрлөсә хәстәрлек күрелә. Йүнселдәр күп булған һайын төбәккә лә отошло ла баһа! Күптәр уларҙа үҙҙәренә эш урыны тапҡан, үҙ сиратында социаль йәһәттән яҡланған.


Дамир Мостафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, илебеҙ өсөн лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләү уйы менән яна педагогтар. Был юҫыҡта эште балалар баҡсаһынан башларға кәрәк икәнен яҡшы аңлайҙар. Балалар баҡсаһы тигәндән, хәҙер ата-әсәләр сабыйҙары тыуғас та, шәхес танытмаһын, кәрәкле бүтән документтарҙы юллағандың иртәгәһенә үк электрон сиратҡа баҫа ала.


Малай һәм ҡыҙҙар заман бергә атлаһын өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уҡытыусыларҙың мөҡәддәс бурыстарының береһе – һәләтле балалар менән тығыҙ эшләү. Егет һәм ҡыҙҙарҙы олимпиадаларға мөмкин тиклем йышыраҡ йөрөтөү яғында улар.


Районда белем усаҡтарына йыл да капиталь ремонт үткәрелә.

Һәр халыҡтың милли ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн районда уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әйткәндәй, тиҫтәнән ашыу милләт татыулыҡта ғүмер кисерә. Әҙәби кисәләр, мәҙәни сараларҙың бөтәһе лә ижадсыларҙың ҡатнашлығында үткәрелә. Ҡәләм оҫталары һәр төрлө тәрбиәүи сараларҙы йыш ойоштора.


Халыҡты сәләмәт йәшәүгә өндәйҙәр, бәләкәйҙән малай һәм ҡыҙҙарҙы рухлы итеп тәрбиәләргә ынтыла педагогтар. Шулай уҡ хоккей, теннис, волейбол, баскетбол, футбол уйындарына ла ваҡыт күп бүленә. Спорт саралары даими уҙғарыла.


Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, һаулыҡ һаҡлау – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Бынан тыш, граждандар дәүләт программалары нигеҙендә үҙ мөйөшөн булдыра.


Кадрҙар мәсьәләһенә айырыуса яуаплы ҡарашта етәкселек. Ниәттәре – Мең ырыуы вәкиле юғары белем алғас, кендек ҡаны тамған еренә эшкә ҡайтһын, тыуған тупрағында төйәкләнһен, районын күтәрһен һәм данға күмһен!


l Район республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән райондары менән сиктәш;


l 1935 йылда ойошторолған;


l район үҙәге – Раевка ауылы;


Өфө – Раевка араһы 128 саҡрым;


l Раевканан ҡала ҙур ауылдар – Аксен һәм Шафран;


l район территорияһы оҙонсаға ла һуҙылмаған, квадрат та түгел, ә уның дүрт мөйөшө алға сығыңҡырап тора, әммә бик йыйнаҡ урынлашҡан;


l ауыл хужалығы буйынса махсуслашҡан район иҫәпләнә;


l майҙаны 2 415 квадрат километрҙы тәшкил итә, унда тигеҙлек тә, тауҙар ҙа бар;


l 44 меңдән ашыу кеше йәшәй;


l бер Раевкала ғына халыҡтың һаны (18 мең тирәһе) бүтән тотош район халҡы самаһы;


l төбәктә башҡорттар күпселекте тәшкил итә, шулай уҡ рустар, татарҙар, сыуаштар йәшәй;


l биләмәне Дим, Ҡорһаҡ, Ҡыҙыл йылғалары һуғара;


l иң яҡын ҡалалар – Дәүләкән, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ;


l Шамил Анаҡ, Ниғмәт Шоңҡаров, Рәйес Низамов, Иван Карпухин, Рәшит Шәкүр, Земфира Муллағәлиева, Гөлфиә Юнысова, Розалия Солтангәрәева ише әҙиптәр, Ғәшиә Абыҙгилдина, Светлана Хәкимова, Миңзәлә Хәйруллина, Рөстәм Ғиззәтуллин кеүек сәнғәт кешеләре, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, Советтар Союзы Геройҙары Михаил Рабовалюк, Степан Овчаров, Иван Гайдым, Худат Булатов, Георгий Антонов, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Дмитрий Злыдников, Мәхмүт Дауытов, летчик-космонавт Урал Солтанов – әлшәйҙәрҙең ғорурлығы.
Читайте нас