“Ҡара” коллекторҙарҙы яуапҡа тарттырыу ҡарала

Был тәҡдим граждандарҙан ялыуҙар артыуға бәйле.

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты депутаттарға “ҡара” коллекторҙарға штраф һалыу ғына түгел, уларҙы 12 йылға төрмәгә ултыртыу мөмкинлеген биргән закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү тәҡдимен индерҙе.
Был тәҡдим граждандарҙан ялыуҙар артыуға бәйле. Закон проектында көс ҡулланған, мөлкәтте юҡ иткән йәки уға зыян килтергән, граждандарҙың дәрәжәһенә тап төшөргән ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн язаны көсәйтергә тәҡдим ителә. Бындай ғәмәлдәр өсөн 300-500 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡарала. Шулай уҡ коллекторҙарҙы биш йылға мәжбүри эшкә йәлеп итергә, өс йылға билдәле бер вазифаны биләүҙе һәм эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуҙы тыйып, биш йылға тиклем иректән мәхрүм итергә тәҡдим ителә. Ойошҡан төркөм тарафынан ҡылынған был енәйәти ғәмәлдәр өсөн 12 йылға төрмәгә ултыртыу күҙаллана.
“Закон проектын хупларға кәрәк, тик әле уға ҡарата ҡайһы бер иҫкәрмәләр бар. Атап әйткәндә, “енәйәт субъектының кем булыуы асыҡланмай: ул ғәмәлдәге 230-сы федераль законға ярашлы бурысты ҡайтарыу эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған берәмекме, әллә теләһә ҡайһы физик берәмекме. Шуға күрә закон проекты икенсе уҡыуға ентекле әҙерләнергә тейеш”, – тине Башҡортостандан депутат Рафаэль Мәрҙәншин.
Фото: stolicaonego.ru/
Читайте нас