Республиканың Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса дәүләт комитеты депутаттарға беренсе уҡыуҙа “ҡара” коллекторҙарға штраф һалыуҙы ғына түгел, 12 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу мөмкинлеген биргән закон проектын ҡабул итергә тәҡдим итте.
Был закон проектының ҡабул ителеүе граждандарҙың кешеләрҙең кисектерелгән бурыстарын ҡайтарыу буйынса законһыҙ эшмәкәрлекте алып барыу өсөн яуаплылыҡ тураһындағы закон нормаларының етерлек кимәлдә һөҙөмтәле булмауы менән бәйле.
Һүҙ көс күрһәтеү, мөлкәткә зыян килтереү йәки уны бөтөрөү, кеше намыҫына ҡара яҡҡан ялған мәғлүмәттәрҙе таратыу өсөн язаны ҡәтғиләштереү хаҡында бара. Бының өсөн 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф һалыу күҙаллана. Биш йылға тиклем мәжбүри эшләтеү, биш йылға тиклем айырым вазифаларҙы биләүҙе йәки өс йылға тиклем айырым эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйыу ҙа яза төрө булараҡ ҡарала. Шулай уҡ ойошторолған төркөм тарафынан ҡылынған эштәргә 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы ҡараласаҡ.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин: “Закон проектын хупларға кәрәк, әммә шул уҡ ваҡытта иҫкәрмәләр ҙә бар. Закон проекты икенсе уҡыуға эшләнеп бөтөргә тейеш”, – тип белдерҙе.
Гаражға һәм уның аҫтындағы ергә хоҡуҡ
Граждандар артыҡ ҡатмарлыҡһыҙ гаражға һәм уның аҫтындағы ергә хоҡуҡты теркәй ала. Рәсәй Дәүләт Думаһы 2021 йылдың 1 сентябрендә ғәмәлгә инәсәк “гараж амнистияһы” тураһындағы законды ҡабул итте. Был закон проекты граждандарҙың гаражға һәм уның аҫтындағы ергә хоҡуғын булдырыу өсөн эшләнгән. Быға тиклем үҙ хоҡуҡтарыңды судта иҫбатларға тура килә ине. Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, биш йыл эсендә граждандарҙың гаражға һәм уның аҫтындағы ергә хоҡуғын рәсмиләштереүҙең ябай тәртибе ғәмәлдә буласаҡ. Был дәүләт хеҙмәте өсөн дәүләт иғәнәһен түләргә кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта инвалидтар гаражын йорттары эргәһендәге махсус участкала бушлай урынлаштыра ала. Гаражды һәм ерҙе мираҫҡа хоҡуҡлы беренсе кеше генә түгел, башҡа мираҫҡа хоҡуғы булғандар ҙа хосусилаштыра ала. Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин: “Гараждарҙы һәм улар аҫтындағы ерҙәрҙе рәсмиләштергәндә был ҡоролмалар милекселәренең ярашлы документтары булмауы – проблемаларҙың береһе. Был закон ҡабул ителгәс, гаражға эйә икәнлекте раҫлаған бер документты күрһәтеү генә етәсәк. Был гараждың инженер селтәрҙәренә тоташтырылыуы тураһындағы килешеүҙең, коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү тураһындағы документтың, гараж кооперативындағы ағзалыҡ китапсығы, техник инвентаризациялау документтары һәм башҡалар булырға мөмкин. Үҙгәрештәрҙең индерелеүе хоҡуҡи коллизияны бөтөрөргә һәм быға тиклем төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙ хоҡуҡтарынан файҙалана алмаған граждандарға гаражды, ер участкаһын хосусилаштырыуҙы ябайлаштырасаҡ”.
Ауыл мәҙәниәт йорттарын өҫтәмә финанслау
Мөрәжәғәтнамә һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Президенты 24 миллиард һум аҡсаны ауыл мәҙәниәт йорттарына бүлергә ҡушты. Владимир Путин ҡушыуы буйынса бюджеттан федераль аҡса ауыл мәҙәниәт йорттарын үҙгәртеүгә, капиталь ремонтлауға, төҙөүгә, шул иҫәптән балалар театрҙарын, музейҙарҙы үҙгәртеүгә, капиталь ремонтлауға, йыһазландырыуға тотоноласаҡ.
Быйыл төбәктәрҙә мәҙәниәт ойошмаларына федераль ярҙам күрһәтеү артҡан. Айырым алғанда, ауыл мәҙәниәт йорттарын, клубтарҙы матди-техник йәһәттән йыһазландырыу, ағымдағы ремонт өсөн федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән, тағы 3 миллиард һумдан ашыу аҡса – ауыл мәҙәниәт йорттарын капиталь ремонтлауға, 900 миллион һум – “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”, “Театр – балаларға” йүнәлештәренә ярҙам итеүгә, 650 миллион һумдан ашыу аҡса муниципаль театрҙарға ярҙам итеү өсөн бүленде.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин: “Мәҙәниәт йорттары һаҡланырға, үҫергә тейешле мәғрифәт һәм ижади эш үҙәгенә әйләнгән. Улар заманса ҡоролмалар һәм техника менән тәьмин ителгән, граждандар өсөн уңайлы шарттар булған биналар булырға тейеш. Шуға күрә муниципаль кимәлдәге мәҙәниәт ойошмаларына ярҙам итеү – дәүләтебеҙ сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Әлеге ваҡытта шулай уҡ парламенттың түбәнге палатаһына муниципаль ойошмаларҙы ябылыуҙан һәм “оптимизация”нан яҡлаған закон проекты индерелде”.