Пенсияға ҡағылышлы мөһим закондар ҡабул ителде

Ул инвалидлыҡҡа пенсия тәғәйенләүгә, шулай уҡ ауылда оҙаҡ эшләгән пенсионерҙарына ҡағыла.

Дәүләт Думаһы инвалидлыҡ буйынса пенсияны автомат рәүештә тәғәйенләү тураһында закон ҡабул итте. Йәғни хәҙер түләүҙәрҙе справка һәм ғариза яҙмайынса ла алып була. Законды “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән.
Хәҙер медик-социаль экспертиза инвалидлыҡ тураһында мәғлүмәтте инвалидтар реестрына һәм Пенсия фондына тура тапшырасаҡ.
Тағы ла яңы үҙгәрештәр бар:
– 45 йәште уҙған граждандарға өс йылға бер уларҙың киләсәктә түләнәсәк пенсия күләме тураһында мәғлүмәт биреп торасаҡтар;
– страховка пенсияһын арттырыу өсөн ризалыҡ бирергә кәрәкмәй, уның күләме автомат рәүештә үҙгәрәсәк.
Быға тиклем инвалидлыҡ пенсияһын юллау өсөн Пенсия фондына, Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәте порталы аша ғариза бирергә кәрәк ине. Етмәһә, бының өсөн күпме документтар йыйыу талап ителде.

Шулай уҡ ауыл пенсионерҙарына өҫтәп түләүҙәрҙе һаҡлау тураһындағы закон проекты ҡабул ителде. Ул ғәҙеллекте тергеҙәсәк һәм ауылда 30 йылдан ашыу эшләгән һәм ҡалаға күскән пенсионерҙарға 25 процент өҫтәмәне һаҡларға булышлыҡ итәсәк. Элек иһә бындай осраҡтарҙа, йәғни ауыл пенсионеры ҡалаға күскән саҡта, уларҙы 25 процент өҫтәмәнән мәхрүм итәләр.
Фото: ok.ru
Читайте нас