Энергетик һатһаң, штраф түлә

Сикләүҙәр былтыр уҡ ғәмәлгә индерелгәйне, әле иһә уларҙы үтәмәгән өсөн штраф билдәләнде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон ғәмәлгә инде.
– Закон менән тонус биргән алкоголһеҙ эсемлектәр һатыу тәртибен боҙған өсөн штраф һалына, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Республикабыҙҙа бәлиғ булмағандарға бындай продукция һатыу тыйыла. Сикләүҙәр былтыр уҡ ғәмәлгә индерелгәйне, әле иһә уларҙы үтәмәгән өсөн штраф билдәләнде.
Законды боҙған өсөн граждандарға – өс-дүрт мең һум, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, ойошмаларға 150-200 мең һум штраф һалына. Тәртипте ҡабатлап боҙһаң, штраф күләме байтаҡҡа арта.
Энергетиктар һатыуҙы тыйыу был эсемлектәрҙең бала организмына кире йоғонто яһауына бәйле.
Фото: bashinform.ru
Сығанаҡ: gsrb.ru
Читайте нас