Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил кем булыр?

Радий Хәбиров был урынға яңы кандидатура тәҡдим иткән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле вазифаһына Михаил Закомалдиндың кандидатураһын тәҡдим итте.
Михаил Закомалдин менән республика халҡы таныш, сөнки ул 2011 йылдан - Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, 2016 - 2021 йылдарҙа республика буйынса баш федераль инспектор булып эшләне. Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында кеше хоҡуҡтарын һәм иркен, уның хоҡуҡтарын дәүләт яҡлауы менән тәьмин итеү маҡсатында ошо вазифа булдырыла.
1996 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан “Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы закон ҡабул ителә, ул яңы дәүләт хоҡуҡ яҡлау институты барлыҡҡа килеүенә нигеҙ була.
Был вазифала эшләгәндәрҙең барыһы ла тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт юлы үткән: Сыңғыҙ Ғәзизов – Башҡортостан прокурорының беренсе урынбаҫары, Фәтхлислам Тоҡомбәтов – Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, Рим Ҡәйүмов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы була.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас