Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Май 2021, 18:30
Праймеризда ҡатнашҡан кандидаттар фекер алышасаҡ
Сараны иртәгә, 22 майҙа, сәғәт 10-да “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең ютуб-каналында күрһәтеү ҡаралған.
22 майҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреү сараһында ҡатнашҡан кандидаттарҙың күҙмә-күҙ ҡарашып фекер алышыуы уҙасаҡ. Уны үткәреү майҙаны итеп Башҡортостан юлдаш телеканалы һайланған. Шуға ла иғтибар итегеҙ: телевидениела күрһәтеү ҡаралмаған.
Фекер алышыу темаһы: “Өфөлә транспорт “Техас”ы – үҙгәрештәр бармы?” Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Унда Д.З. Ғилметдинов, Р.М. Мәрҙәншин, З.З. Байғусҡаров, Ш.Р. Вәлиев ҡатнаша.
Икенсе бәхәс темаһы: “Өфө-2024: Башҡортостандың баш ҡалаһын бушатыу программаһы”. Башлана сәғәт 10-да. Фекер алышыуҙа А.Г. Сидякин, Р.М. Әхмәҙинуров, П.Р. Качкаев, В.Б. Сенин, Т.Р. Ғилмийәров ҡатнаша.
Фекер алышыуҙы “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең ютуб-каналында күрһәтеү ҡаралған:
“Өфөлә транспорт “Техас”ы – үҙгәрештәр бармы?” -
https://www.youtube.com/watch?v=8-6bRaiLAik
“Өфө-2024: Башҡортостандың баш ҡалаһын бушатыу программаһы” -
https://www.youtube.com/watch?v=UCYGpct_NUk
.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"