Туған телдәр мәсьәләһендә берҙәмлек кәрәк

Күрше республика вәкилдәре берлектәге ултырыш үткәрҙе.

Татарстандың Аҡтаныш районында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Дәүләт Советының мәғариф, мәҙәниәт һәм фән буйынса комитеттарының уртаҡ ултырышы үтте. Унда туған телдәрҙең йәмғиәттәге әһәмиәтен нығытыу мәсьәләһе ҡаралды.


Ултырышта ике республика пар­ламент­тарының спикерҙары, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Парламентарийҙар Рәсәйҙең белем биреү усаҡтарында туған телдәрҙе уҡы­тыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Белеүебеҙсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Мәғариф тура­һында”ғы федераль законға “этномәҙәни белем биреү ойошмаһы” төшөнсәһен индереп, милли мәктәптәрҙең статусы һәм уларҙың эшмәкәрлек регламен­тацияһы хаҡында закон проекты эшләгәйне. Рәсәй Дәүләт Думаһы документты ҡайтанан ҡарарға ҡушты, Башҡортостан депутаттарының түңәрәк өҫтәл уҙғарыу башланғысын хупланы.


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәлә­үенсә, туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәлә­һендә илдең ата-әсәләр йәмәғәтсе­легенең, төбәктәр парламентарийҙа­рының берҙәм позицияһы талап ителә. “Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү ихтыяжы буйынса үҙ фекерен бер төбәк кенә түгел, ә барлыҡ милли республикаларҙың, төбәктәрҙең вәкил­дәре белдереүе кәрәк”, – тине ул.


Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта бала­ларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү, шулай уҡ уҡыусыларҙы белем биреүҙең киләһе баҫҡысына күсереү бара. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә ҡабул иткәндә йәки уҡыуҙың киләһе баҫҡысына, икенсе мәктәпкә күскәндә белем биреү телен, Рәсәй халыҡтары телдәре араһынан өйрәнергә теләгән туған телде һайлау ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһына ярашлы башҡарыла.


Балалар баҡсаһына барғанда ғаризаны “Балалар баҡсаһына электрон сират” мәғлүмәт сервисы аша йәки шәхсән рәүештә; мәктәпкә барғанда йәки икенсе белем усағына күскәндә шәхсән, заказлы хат менән почта аша, мәктәптең электрон почтаһы йәки рәсми сайты аша, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр сервистары ярҙамында бирергә мөмкин. Белем биреүҙең киләһе баҫҡысына күскәндә ғариза ата-әсәләр йыйылышында шәхсән яҙыла.
Читайте нас