Бөтәһе 50 дебат үтте

6 апрелдән алып 22 майға тиклем бөтәһе 50 дебат үтте.

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауға кандидаттар һайлап алыу буйынса "Берҙәм Рәсәй" партияһынан алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу циклы тамамланды. 6 апрелдән алып 22 майға тиклем бөтәһе 50 дебат үтте, унда 146 кандидаттың эшмәкәрлеге яҡтыртылды.
Һуңғы көндәге осрашыу темаһы "Өфөлә "Траснпортлы "Техас" - үҙгәрештәр бармы?" һәм "Өфө-2024: Башҡортостан баш ҡалаһының программалары" тип аталды. Өфө ҡалаһының үҫеше тураһында һүҙ алып барғанда, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, Өфө студенттар һәм йәш ғалимдарҙы үҙенә йәлеп итерлек булырға тейеш. Бының өсөн бөгөн заманса шарттар тыуҙырыла. Тиҙҙән Ағиҙел ярында тотош студенттар ҡаласығы барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ Яр буйы ла матурланасаҡ. Спикер әйтеүенсә, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү - баш ҡалала йәшәүселәргә йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыуға яҡшы сәбәптәрҙең береһе лә.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров та һуңғы йылдарҙа Өфөнөң тик яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләп үтте, шулай уҡ эшләйһе эштәрҙең күп булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Беҙҙә бик матур Ағиҙел яры буйы, әммә ул төҙөкләндерелмәгән, юл-транспорт мәсьәләһе лә хәл ителмәгән, беҙҙә йәшел ҡала һәм ошо йәшеллекте артабан да һаҡлап ҡалаһы килә", - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
"Альфа-банк" йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Владимир Сенин үҙенең төп бурысы итеп төбәккә инвестициялар йәлеп итеүҙе билдәләне. Мәҫәлән, уның әйтеүенсә, "йәшел финаслау" проектында ҡатнашыу кәрәк. Был программа сиктәрендә ҡалаға экологик яҡтан таҙа транспортты үҫтереү кеүек инвестициялар йәлеп итеүгә ярҙам булыуы мөмкин.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Өфөнөң совет осоро йылдарында уҡ проектланыуын билдәләп, шуға күрә бөгөн ҡалала транспорт юлдарының аҙ булыуын иҫәпкә алды. Тар урамдарҙы киңәйтеү, юлдарҙы асфальтлау маҡсатында Өфө ҡалаһы етәкселәренә Мәскәү ҡалаһы тәжрибәһен ҡулланырға кәңәш итте, түләүле туҡталҡаларҙы индереү зарурлығы көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген аңлатты.
Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең фекерҙәре яңғыраны, уй-теләктәре һайлаусыларға ишеттерелде. 50 дебатта үҙен кандидатлыҡҡа тәҡдим иткән һәр кем халыҡтың төп проблемаларын хәл итергә һүҙ бирҙе, көнәүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас