Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем һуң?

Уның, коляскала ултырған кешенең, аҙыҡ-түлек алып килеүен күргәндәр битараф ҡалмай икән...

24 майҙа илдә “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүе сараһы башлана. Һайлаусылар 30 майға тиклем унда ҡатнашып, Дәүләт Думаһына кандидатлыҡҡа партиянан күрһәтелергә һәм 19 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләгән кеше өсөн тауыш бирәсәк.
Әлеге көндә “Берҙәм Рәсәй” - алдан тауыш биреү сараһын уҙғарып, һайлаусы фекеренә таянып кандидаттар исемлеген билдәләгән берҙән-бер партия.
Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләк белдереп, 156 кандидат теркәлгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, ҡатнашыусыларҙың 72 проценты “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары һәм фекерҙәштәре булып тора, ә ҡалған 28 проценты бер ниндәй ҙә партияға ҡарамай. Уларҙы төп өлөшөн 36 – 50 йәштәгеләр тәшкил итә (45 процент), йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткән – 35 процент. Иң йәшенә - 21 йәш, иң олоһона быйыл 72 йәш тула.
Праймеризда ҡатнашҡан һәр дүртенсе кеше үҙен ковидҡа ҡаршы кампанияла ирекмән сифатында күрһәткән. Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә эшләгәндәр 27 процент тәшкил итә. Бер урынға уртаса 19 кандидат тура килә.
Билдәле саңғысы һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2010 йылда Ванкуверва уҙған ҡышҡы Паралимпия уйындарында дүрт тапҡыр чемпион исемен яулаған Ирек Зарипов алдан тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ. Ул 2010 йылдан – Стәрлетамаҡ ҡала Советы, 2013 йылдан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Ирек Зарипов та ковидҡа каршы көрәш кампанияһында башҡалар менән бер рәттән ирекмән булып эшләй.
– Ирекмәнлек һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә тәжрибәм ҙур. Былтыр һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларында булдым, йорттар буйлап йөрөп, кешеләргә аҙыҡ-түлек тараттым. Инвалидтар, күп балалы ғаиләләр уға мохтаж ине. Дауаханаларға йөрөнөм, костюмдар, битлектәр, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын тараттым. Был процеста әүҙем ҡатнаштым. Һәм әле лә ирекмәнлек эшем дауам итә, ярҙамсым менән бергә ғаризалар алып, мохтаждарға аҙыҡ-түлек алып барабыҙ, – тип уртаҡлашты Ирек Зарипов.
Уның, коляскала ултырған кешенең, аҙыҡ-түлек алып килеүен күргәндәр битараф ҡалмай икән, фотоға төшә, шулай уҡ тормошта борсоған мәсьәләләре менән дә уртаҡлаша.
– Мин ай һайын һайлаусылар менән осрашам, уларҙың борсоған мәсьәләләрҙе аңлайым. Ниндәй йүнәлештә эшләргә икәнен беләм, – тип билдәләй Ирек Зарипов. – Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙа спорт буйынса комитет составына инәм, шуға ла спортты һәм физик культураны үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирәм. Беҙҙең алда оҙон ғүмерлелек буйынса ҙур эш тора. Мин кешеләргә спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүҙең мөһимлеген, шул ваҡытта ғына оҙон ғүмерле булырға мөмкин икәнен аңлатҡым килә. Беҙ күп халҡы 90-100 йәшкә тиклем йәшәгән Ҡытайҙы ҡыуып етә аласаҡбыҙ, мин үҙемә шундай маҡсат ҡуям. Ошо йүнәлештә артабан да хәрәкәт итергә ине.
Ирек Зарипов Федераль Йыйылышта яңырыу булырға тейеш тип әйтте. Уны республикалағы проблемаларҙы яҡшыраҡ өйрәнеп, уларҙы хәл итергә өлөш индергеһе килә.
– Партияның уҙаҡташтары, яңы килгәндәр яңы тәҡдимдәр һәм фекерҙәр бирә, уларҙы етәкселек тыңлай. Мин 2010 йылда Ванкуверҙа Паралимпия уйындарында еңдем, Владимир Путиндың командаһының өлөшөнә әйләндем. Киләсәктә лә спортта ғына түгел, ә төрлө йүнәлештәрҙә үҙемдең республиканы данлауҙы дауам итәсәкмен, – ти Ирек Зарипов.
Спортсы, депутат - “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Уңайлы мөхит” проекты координаторы. Ул үҙенең тыуған республикаһында йыйған тәжрибәһе киләсәктә федераль структурала нәтижәле эшләргә булышлыҡ итәсәк тип ышана.
– Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәр кеше үҙенең тәжрибәһе һәм белеме менән республикаға ярҙам итергә әҙерҙер, тип уйлайым, бөтәбеҙ ҙә шуға ынтылабыҙ һәм быны атҡарырға йыйынабыҙ. Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем һуң? – ти Ирек Зарипов.
Фото: Башинформ.
Читайте нас