“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөндә ярҙам итергә теләйҙәр

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллегендә “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә Мәскәү өлкәһенән ҡатнашҡан кандидаттар менән осрашыу үтте.

Рәсәй Президенты янындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллегендә “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә Мәскәү өлкәһенән ҡатнашҡан кандидаттар – Наталья Орлова, Владимир Сенин, Ирина Панькина и Ризван Ҡорбанов менән осрашыу булды.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров осрашыуҙа модератор булып сығыш яһаны. Ул республикала алдан тауыш биреү барышы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 25 майҙағы киске һөҙөмтәләр буйынса, pg.er.ru махсус сайтында теркәлгән 150 мең һайлаусының 20 меңе самаһы тауыш биргән.
Башҡортостандың иҡтисад үҫеше һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Дамир Ғәлиуллин – республикала бойомға ашырылған инвестиция проекттары, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Айнур Аҡҡолов палатаның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Дәүләт Думаһының потенциаль вәкилдәренә Башҡортостан тураһында фильм һәм үҙешмәкәр артистарҙың сығышы күрһәтелде. Үҙ сиратында, алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡандар Башҡортостан именлеге хаҡына эшләргә әҙер булыуҙарын белдерҙе. “Берҙәм Рәсәй” үҙәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Наталья Орлова республиканың баш ҡалаһының 450 йыллығын билдәләүгә арналған “Өфө-2024” ойоштороу комитеты эшенә ҡушылған. Шулай уҡ 9 июндә уның тәҡдиме менән баш ҡалала Денис Мацуев ҡатнашлығында “Юғары музыка көндәре” үтәсәк.
Дәүләт Думаһы депутаты Ризван Ҡорбанов республиканың тхэквондо һәм ММА федерацияларына ярҙамынан тыш “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөп бөтөүгә аҡса табырға әҙер булыуын, әле үк Шейх-уль-Ислам, Рәсәйҙың баш мөфтөйө, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм Башҡортостан мөфтөйө Айнур Бирғәлин менән осрашыу үткәреүе хаҡында белдерҙе. “Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының бизнес-платформаһы” попечителдәр советы етәксеһе Владимир Сенин көнүҙәк экология проекттарын финанслау мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндә эшләй.
Фото: “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенән.
Читайте нас