Республиканан праймеризда күпме кеше ҡатнашҡан?

“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә...

Мәғлүм булыуынса, 24 майҙа илдә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Дәүләт Думаһына кандидаттар һайлау маҡсатында ойошторған праймеризы башланды. Бөгөнгө 15.00 сәғәткә ҡарата, унда республиканан 28837 кеше ҡатнашҡан.
Әле төбәктә 156 мең кеше һайлаусы сифатында теркәлгән. Һайлаусыларҙы теркәү 28 майға тиклем дауам итәсәк.
“Беҙҙең кандидаттар тураһында әйткәндә, Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә 151 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙың 35 проценты – 35 йәшкә тиклемге йәштәр. Һәр дүртенсеһе - ирекмән, өстән бер өлөшөнән кәмерәге - мәҙәниәт, мәғариф, фән һәм спорт өлкәһе вәкилдәре”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Электрон тауыш биреүҙә pg.er.ru сайтында теркәлергә мөмкин. Бының өсөн “Тауыш бирергә теләйем” тигән төймәгә баҫып, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында авторизация үтергә һәм “Алдан тауыш биреүҙә теркәлергә” төймәһенә баҫырға кәрәк. Тауышты pg.er.ru “Бюллетендәр” бүлегендә 24 майҙан 30 майға тиклем бирергә мөмкин. Урындарҙа тауыш биреү 30 майҙа үтә.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһы сайты.
Читайте нас