Тауыш бир ҙә бүләк от!

Электрон тауыш биреүҙә ҡатнашҡандар өсөн ниндәй ҙур, ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Дәүләт Думаһы һәм Өфө ҡалаһы Советына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар өсөн алдан тауыш биреүҙә әүҙем булырға, унда 30 майға тиклем “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ҡатнашырға саҡырҙы. Был ғәмәл ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлеген бирәсәк.
“Беҙҙә алдан тауыш биреүҙә pg.er.ru сайтында 150 меңгә яҡын кеше теркәлде. Бөгөн 30 меңгә яҡыны тауыш бирҙе. Кемдәр ошо сарала ҡатнаша, шуларҙы бүләктәр көтә: отоу өсөн Башҡортостан шифаханаларына ҡырҡ юллама һәм “Niva Travel” автомобиле әҙерләнгән. Республикала ҡатнаш тауыш биреүҙе иҫәпкә алғанда, ҡыҙыҡһындырыу йәһәтенән мауыҡтырғыс та, кем инде алдан тауыш биреү өсөн сайтта теркәлгән, Дәүләт Думаһы һәм Өфө ҡалаһы Советына һайлауҙар буйынса кандидаттарға электрон формала тауыш бирә ала. Улар ошо бүләк оттороуҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Кемдәр электрон форматта тауыш бирә алмай, улар йәкшәмбе көн участкаға килә. Унда иһә бүләктәр отторолмай”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре июнь башында билдәле буласаҡ. “Берҙәм Рәсәй”ҙән Дәүләт Думаһы һәм Өфө ҡалаһы Советы һайлауында ҡатнашасаҡ кандидаттар исемлеген партия съезында раҫлаясаҡтар. Ул 19 июндә Мәскәүҙә уҙасаҡ.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас