“Торлаҡ коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите” ассоциацияһы директоры урынбаҫары Дмитрий Гордеев торлаҡ хужалары йыйылышы ҡарарын боҙоп, ялған үҙгәрештәр индергән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырырға тәҡдим итте, тип хәбәр итә “Известия”. Ул бындай тәртип боҙоуҙар өсөн 100 мең һумға тиклем йәки хөкөм ителеүсенең бер-ике йыллыҡ килеме күләмендә штраф һалыуҙы, йәки дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе индереүҙе һорай. Уның һүҙҙәренсә, Идара итеү компанияһын алмаштырыу буйынса торлаҡ хужаларының йыйылыш ҡарарҙарының һәм протоколдарының 90 проценты ялған итеп үҙгәртелә.
Ул ошондай закон проектын әҙерләп, Дәүләт Думаһына ҡарарға тәҡдим иткән. Документты Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса эксперт советы ҡараған һәм парламенттың түбәнге палатаһына өйрәнеүгә индерергә тәҡдим иткән.
“Пакет өс закон проекттынан тора. Уларҙың икәүһе Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексына һәм Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереүгә ҡағыла. Мин уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһына алдан ҡарауға индерҙем, һуңғыһын, Торлаҡ кодексына төҙәтмәләр тураһындағы тәҡдимдәрҙе, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына баһалауға бирҙем – ведомство, торлаҡ өлкәһендәге сәйәсәткә яуап бирә. Әммә был юлдың башы ғына”, – тип хәбәр итте Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев.
Депутат хәбәр итеүенсә, әле закон проекты әҙерләү өҫтөндә. Шул иҫәптән, дөйөм йыйылыштарҙа онлайн-тауыш биреү барышын ентекләп төҙөргә кәрәк.
Сама менән июндә Дәүләт Думаһының эксперт советында закон проектына үҙгәрештәр индереү һәм урынына еткереү өсөн яңынан ҡараласаҡ.
“Әле күп фатирлы йорттарҙың дөйөм йыйылышы ҡарары протоколдарын ялғанлап үҙгәрткән өсөн яза ҡулланылмай тиерлек, тәртиптәр аныҡлыҡ индереүҙе талап итә. Әммә боҙоуҙар өсөн яза булырға тейеш. Шуға ла Дмитрий Гордеевтың закон проекттарындағы тәҡдимдәре торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышы ҡарарҙарын ялғанлауға ҡаршы көрәштә ярҙам итер”, – тип иҫәпләй парламентарий.
Документҡа ялған төҙәтмәләр индергән өсөн яза бар, әммә был осраҡта күптәр язаһыҙ ҡала. Эксперттар һүҙҙәренсә, әле идара итеүсе компанияны алмаштырыу буйынса тауыш биргән торлаҡ хужаларының тауыштарының 90 процентына ялған үҙгәрештәр индерелгән. Шулай уҡ тарифты арттырыу, йорттарҙы алып ташлау һәм башҡа шундай осраҡтарҙа документтарҙы үҙ файҙаһына үҙгәртәләр.
Фото: В. Качкаевтың шәхси архивынан.