Партиялар менән килешеү төҙөлдө

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сәйәси партиялар менән һайлау барышын күҙәтеүҙе тәьмин итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сәйәси партиялар менән һайлау барышын күҙәтеүҙе тәьмин итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Сарала “Үҫеш партияһы”, ”Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы”, "Рәсәй дөйөм халыҡ союзы", “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек яҡлы партияһы”, “Граждандар инициативаһы”, “Рәсәйҙең яңырыу партияһы”, “Рәсәй Федерацияһының казак партияһы”, “Рәсәйҙең халыҡ-илһөйәрлек партияһы - власть халыҡҡа”, “Берҙәм Рәсәй”, “Яңы кешеләр” кеүек партиялар вәкилдәре ҡатнашты.
“Палата һайлауға күҙәтеүселәрен ебәрергә теләгән һәм ошондай килешеү төҙөгән бөтә сәйәси көстәр өсөн дә асыҡ”, – тип белдерҙе республиканың һайлауҙы күҙәтеү йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина.
Килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты. Ул сараның мөһимлеген билдәләне һәм әле уҙған праймериз барышына бәйле мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Һайлауҙың ғәҙел үтеүен тәьмин итеүгә нигеҙ булған ошондай килешеү төҙөүҙе партиялар хуплай. Мәҫәлән, “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек яҡлы партияһы”ның төбәк бүлексәһе етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар Комил Сиражетдинов: “Бөгөн шундай мөһим көн, сөнки барлыҡ әүҙем партиялар ағзалары йыйылып, һайлау ғәҙел үтһен өсөн күҙәтеүселәр менән эшләү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Һәр йәмәғәт ойошмаһының, партияның үҙ күҙәтеүселәре булһа, һайлау ғәҙел үтәсәк. Был иһә киләсәккә ышаныс тыуҙыра, бергәләп, матур итеп эшләрбеҙ тигән өмөттәмен”, – тине.
“Беҙгә, күҙәтеүселәргә, бөтөн һайлауҙың асыҡ алып барылыуын ышанып тапшыралар. Тауыш биреү ғәҙел үтһен өсөн участкаларҙа күҙәтергә кәрәк. Халыҡҡа аңлатыу эше алып барырға тейешбеҙ. Ҡағиҙә боҙоуҙар булғанда, тейешле урынға хәбәр итәсәкбеҙ. Беҙҙең партия был һайлауҙа әүҙем ҡатнаша, илле кеше участкаларҙа күҙәтеүсе буласаҡ”, – тине “Рәсәйҙең яңырыу партияһы" төбәк бүлексәһе советы рәйесе Урал Иҫәнбаев.
Автор фотоһы.
Читайте нас