Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында 2021 йылдағы һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса сираттағы ултырыш үтте.
Унда Йәмәғәт палатаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре менән хеҙмәттәшлеге, йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу һөҙөмтәләре, студенттар өсөн Рәсәйҙә бойондороҡһоҙ күҙәтеү институты тураһында лекциялар серияһын ойоштороу һ.б. мәсьәләләр тикшерелде.
Ольга Панчихина республика биләмәһендә уҙған һайлауҙарҙы күҙәтеү эшендә йәмәғәт вәкилдәренең ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған 17 ойошма һәм ун сәйәси партияның төбәк бүлексәләре менән килешеүҙәр төҙөлөүен билдәләне. Ул шулай уҡ урындарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыуҙар дауам итәсәге хаҡында белдерҙе.
“Әле 30-ҙан ашыу семинар ойошторолдо, дүрт мең самаһы күҙәтеүсе эшкә әҙер. Уҡыу 30 июнгә тиклем дауам итәсәк”, – тине Ольга Панчихина.
Штаб ағзаһы Сергей Лаврентьев семинарҙарҙа ҡатнашҡан йәштәрҙең һайлауҙың кәрәкле икәнен аңлауын билдәләне: “Битараф студенттар булманы. Ҡаршылашыусылар осраны, әммә уларҙың ҡарашын үҙгәртергә, уйланырға мәжбүр итеүгә өлгәштек”.
Ултырышта ҡатнашыусылар һайлау алдынан, сентябрҙә, юғары уҡыу йорто студенттары өсөн өҫтәмә лекциялар уҙғарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.