Юрий Афонин менән осрашыу

Яҡтар Рәсәй парламентына һайлауға әҙерлек буйынса фекер алышты.

27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Дәүләт Думаһының Тәбиғәт ресурстары, милек һәм ер мөнәсәбәттәре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Юрий Афонин менән осрашты. Яҡтар Рәсәй парламентына һайлауға әҙерлек буйынса фекер алышты.

– Әлеге һайлау кампанияһы ярайһы уҡ көсөргәнешле булмаҡсы. Күреүебеҙсә, партиялар бик әүҙем әҙерләнә. Әлбиттә, беҙ Рәсәйҙең иң ҙур сәйәси партияларының береһен тәшкил иткән РФ Коммунистар партияһы менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырырға теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Барыбыҙға ла ғәҙел һайлау, асыҡ ғәмәлдәр кәрәк. Һәм беҙ быны тәьмин итәсәкбеҙ.
Юрий Афонин шулай уҡ партияның төбәк менән конструктив хеҙмәттәшлек итеү зарурлығын билдәләне һәм Башҡортостандағы үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы. – Республикаға күптән килгәнем юҡ ине. Бөгөн самолеттан сәселгән баҫыуҙарҙы, тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙе күрҙем. Өфө лә һоҡландырҙы: яңы биналар, яҡшы юлдар, төҙөлөштәр... Төбәктең күркәмләнә, был бик яҡшы, – тине Юрий Афонин.
Фото:glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142183.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас