Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Июнь 2021, 15:45

Төҙәтмәләр ниҙәрҙе күҙ уңында тота?

Йорт-ҡомартҡыларҙы һаҡлау тураһында закон проекты әҙерләгәндәр. Депутат Павел Качкаев белдереүенсә...

Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителде. Улар авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙы – мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға, уларҙы капиталь ремонтлауҙың үҙенсәлектәрен аңлатыуға, бындай йорттарҙа йәшәгәндәрҙең торлаҡҡа хоҡуғын тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Закон проектына ярашлы, власть органдарының күп фатирлы йорттарға – авария хәлендә булған ҡомартҡыларға һәм уларҙа йәшәгән кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтен көйләү, Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына күп фатирлы йорт-ҡомартҡыларҙы, Мәҙәни мираҫ объекттары тураһындағы федераль законға ярашлы инвесторҙар сараларын йәлеп итеп, капиталь ремонт эштәре үткәреү тураһында өҫтәмәләрҙе индереү тәҡдим ителә.
Был закон проектын әҙерләгән авторҙар араһында яҡташыбыҙ – Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев белдереүенсә, Рәсәйҙең 66 субъектында бындай күп фатирлы йорттар 12 меңдән ашыу.
“Һәр кеше киләсәк быуын хаҡына тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау, тарихи, мәҙәни ҡомартҡыларҙы яҡлау тураһында ҡайғыртырға тейеш, был беҙҙең Конституцияла яҙылған. Федераль проект законы Рәсәй халҡының бурыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Ҡалаларыбыҙҙа уңайлы мөхит булдырыу өсөн беҙ бергә уларҙың йөҙөн дә һаҡларға тейешбеҙ”, – тине Павел Качкаев.
Депутат белдеүенсә, ғәмәлдәге законға ярашлы, күп фатирлы йорт авария хәлендә тип табылып, алып ташланырға йәки реконструкцияланырға тейеш. Мәҙәни мираҫ объектын, шул иҫәптән уға ҡараған күп фатирлы йортто емерергә ярамай, ә реконструкция ҡаралмаған. Был иһә ошондай объекттарға ҡарата власть органдары эшмәкәрлеген билдәһеҙлек алдына ҡуя.
“Бындай йорттарҙы алып ташлауға юл ҡуйырға ярамай, уларҙы һаҡлау буйынса мотлаҡ эштәр алып барылырға тейеш”, – ти депутат.
Закон көсөнә инһә, бындай йортто һаҡлау буйынса ҡуйылған ваҡытҡа ремонт эштәре атҡарылмаһа, йорт урынлашҡан ер дәүләт йәки муниципаль мохтажлыҡ өсөн тартып алынасаҡ. Фатир хужаларына компенсация йәки алмашҡа торлаҡ тәҡдим итәсәктәр.
Йәғни ошо категорияға ҡараған күп фатирлы йорттар – мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса түбәндәге яҡлау саралары ҡарала:
  • ҡуртымсыларға ҡуртымға бирелеүе;
  • яңынан тергеҙеү шарты менән “бер һумға” хосусилаштырып, яңы хужаға тапшырыу;
  • концессия килешеүенә йәлеп ителеүе, килешеүҙәр дәүләт-шәхси, муниципаль-шәхси хеҙмәттәшлек тураһында булыуы мөмкин.
  • Законға төҙәтмәләр инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу мөмкинлеген бирә, сөнки улар йорт-ҡомартҡыларҙы һатып алып, уны һаҡлау, шул иҫәптән бөгөн ҡулланыу буйынса саралар күрергә булышлыҡ итәсәк.
    Фото: "Башинформ".
    Читайте нас