Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Июнь 2021, 15:09

Был хаҡта белергә тейешбеҙ

Яңы закондар ғәмәлгә инәсәк.

2021 йылдың 1 сентябренән “гараж амнистияһы” башлана. Быйыл 6 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин ошондай документҡа ҡул ҡуйғайны. Ул нимә өсөн кәрәк? Беренсенән, быға тиклем илебеҙҙә гараж төҙөлөшө кооперативтарының эшмәкәрлеген көйләгән норматив-хоҡуҡи акт юҡ ине. Икенсенән, “гараж”, “гараж кооперативы” тигән юридик төшөнсәләр булманы. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә гараж тип иҫәпләнгән һәм теркәлмәгән 3,4 – 4,5 миллион объект бар. Ә уларға хоҡуҡты суд аша ғына иҫбатлау кәрәк ине. Был иһә оҙаҡ ваҡытты сарыф итә һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.


Гаражға һәм ул урынлашҡан ергә хоҡуҡты теркәү


Хәҙер граждандар артыҡ ҡатмарлыҡһыҙ ғына гаражға һәм ул биләгән ергә хоҡуҡты теркәй ала. Рәсәй Дәүләт Думаһы 2021 йылдың 1 сентябрендә ғәмәлгә инәсәк “гараж амнистияһы” тураһындағы законды ҡабул итте. Яңы ҡанун граждандарҙың гаражға һәм ул урынлашҡан ергә хоҡуғын булдырыу өсөн эшләнгән. Быға тиклем уны судта иҫбатларға тура килде. Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, биш йыл эсендә граждандарҙың гаражға һәм уның аҫтындағы ергә хоҡуғын рәсмиләш­тереүҙең ябай тәртибе ғәмәлдә буласаҡ. Был дәүләт хеҙмәте өсөн дәүләт иғәнәһен түләргә кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта инвалидтар үҙ гаражын йорттары эргәһендәге махсус биләмәлә бушлай урынлаштыра ала. Гаражды һәм ерҙе мираҫҡа хоҡуҡлы беренсе кеше генә түгел, мираҫҡа хоҡуғы булған башҡалар ҙа хосусилаштырыу мөмкинлегенә эйә.


Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе: “Гараж­дарҙы һәм улар урынлашҡан ерҙәрҙе рәсмиләштергәндә, был ҡоролмаларға хужа милекселәрҙең ҡанунға ярашлы документтары булмауы – проблемаларҙың береһе. Закон ҡабул ителгәс, гаражға эйә икәнлекте раҫлаған бер документты күрһәтеү ҙә етәсәк. Ул гараждың инженер селтәрҙәренә тоташтырылыуы тураһын­дағы килешеүҙең, коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү тураһындағы документтың, гараж кооперативындағы ағзалыҡ китапсығы, техник инвентарлаштырыу документтары һәм башҡалар булырға мөмкин. Үҙгәреш­тәрҙең ин­дерелеүе хоҡуҡи аңлашмау­сылыҡты бөтөрөргә һәм быға тиклем төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙ хоҡуҡтарынан файҙалана алмаған граждандарға гаражды, ер биләмәһен хосусилаштырыуҙы ябай­лаштырасаҡ”.


“Ҡара” коллекторҙарға ҡағыла


Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты депутаттарға беренсе уҡыуҙа “ҡара” коллекторҙарға штраф һалыуҙы ғына түгел, 12 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу мөмкинлеген биргән закон проектын ҡабул итергә тәҡдим яһаны. Шулай итеп, Рәсәйҙең Енәйәт кодексында яңы статья барлыҡҡа киләсәк.


Был закон проектының ҡабул ителеүе граждандарҙың кисектерелгән бурыстарын ҡайтарыу буйынса законһыҙ эшмәкәрлек алып барған өсөн яуаплылыҡ тураһындағы закон нормаларының етерлек кимәлдә һөҙөмтәле булмауы менән бәйле.


Һүҙ көс ҡулланыу, мөлкәткә зыян килтереү йәки уны юҡҡа сығарыу, кеше намыҫына ҡара яҡҡан ялған мәғлүмәттәрҙе таратыу өсөн язаны ҡәтғиләштереү хаҡында бара. Бының өсөн 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф һалыу күҙаллана. Биш йылға тиклем мәжбүри эшләтеү, биш йылға тиклем айырым вазифаларҙы биләүҙе йәки өс йылға тиклем айырым эшмәкәрлек менән шөғөл­ләнеүҙе тыйыу ҙа яза төрө булараҡ ҡарала. Шулай уҡ ойошторолған төркөм тарафынан ҡылынған эштәргә ҡарата 12 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡулланыласаҡ.


Комитет рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин: “Закон проектын хупларға кәрәк, әммә шул уҡ ваҡытта иҫкәрмәләр ҙә бар. Проект икенсе уҡыуға әҙерләнеп бөтөргә тейеш”, – тип белдерҙе.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бурыстарҙы ҡайтарыу мәсьәләһе менән суд приставтарына индерелгән ойошмалар ғына шөғөлләнергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта коллекторҙар төндә шылтыратырға, тауыш күтәрергә, бурыслының туғандарын, күршеләрен борсорға тейеш түгел. Әммә “ҡара” коллекторҙарға был талаптар мөһим түгел, улар үҙҙәре өсөн бер ниндәй ҙә закон юҡ кеүек ҡылана.


Ауыл мәҙәниәт йорттары өҫтәмә финансланасаҡ


Һәр район һәм ауыл тормошондағы мөһим саралар, нигеҙҙә, мәҙәниәт усаҡтарында үткәрелә. Өҫтәүенә был өлкә хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты ла – урындағы мәҙәни мәсьәләләрҙе хәл итеү. Шуға был ойошмаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.


Әйткәндәй, Мөрәжәғәтнамә һөҙөмтә­ләре буйынса Рәсәй Президенты 24 миллиард һум аҡсаны ауыл мәҙәниәт йорттарына бүлергә ҡушты. Владимир Путиндың күрһәтмәһенән күренеүенсә, бюджеттан федераль аҡса ауыл мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереүгә, капиталь ремонтлауға, төҙөүгә, шул иҫәптән балалар театрҙарын, музейҙарҙы үҙгәртеүгә, капиталь ре­монтлауға, йыһазландырыуға тотоноласаҡ.


Быйыл төбәктәрҙә мәҙәниәт ойошмаларына күрһәтелгән федераль ярҙам күләме артҡан. Айырым алғанда, ауыл мәҙәниәт йорттарын, клубтарҙы матди-техник йәһәттән йыһазландырыу, ағым­дағы ремонт өсөн федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән, тағы өс миллиард һумдан ашыуы – ауыл мәҙәниәт йорттарын капиталь ремонтлауға, 900 миллион һум – “Бәләкәй ҡалалар театр­ҙары”, “Театр – балаларға” йүнәлештәренә ярҙам итеүгә, 650 миллион һумдан ашыуы – муниципаль театрҙарға ярҙам итеү өсөн.


Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин: “Мәҙәниәт йорттары һаҡланырға, үҫергә тейешле мәғрифәт һәм ижади эш үҙәгенә әйләнгән. Улар заманса ҡорамалдар һәм техника менән тәьмин ителгән, граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған биналар булырға тейеш, шуға күрә муниципаль кимәлдәге мәҙәниәт ойошмаларына ярҙам итеү – дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Әлеге ваҡытта шулай уҡ парламенттың түбәнге палатаһына муниципаль ойош­маларҙы ябылыуҙан һәм ҡулай­лаштырыуҙан ҡурсалаған закон проекты индерелде”.


Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программаның була­сағы, ошондай тейешле күрһәтмәгә ҡул ҡуйылыуы хаҡында белдерҙе. Шулай итеп, көҙҙән башлап 500 меңәр һумлыҡ тәүге 60 грант ауыл мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға йүнәлтеләсәк.


Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ. Ул барыһын да бергә туплау көсөнә эйә. Был тармаҡ та, дәүләт яғынан тейешле ярҙам булмаһа, үҫешә алмай. Шуға үрҙә әйтелгән сараларҙың тормошҡа ашырылыуы – ҡыуаныслы күренеш.


Айһылыу ЗЕКРИНА, юрист:

– Рәсәйҙең һәр гражданы үҙенең хоҡуҡтарын яҡшы белергә тейеш. Тик, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ил халҡының 41 проценты тиерлек хатта төп документты – Рәсәй Конс­титуцияһын – уҡып та ҡарамаған. Ә унда кешенең төп хоҡуҡтары һәм бурыстары хаҡында яҙылған. Өҫтәүенә үҙ хоҡуҡтарыңды белеү генә түгел, уларҙы яҡлай алыу ҙа фарыз. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр көндәлек тормошта кәрәкле закондарҙы белеп етмәй. Был иһә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм урында уҡ, юристарға мөрәжәғәт итмәйенсә, хәл итеү мөмкинлеген бирмәй. Мәҫәлән, кешегә үҙен яҡлау йәки гражданлыҡ процесында ҡатнашыу өсөн юридик белемдең булыуы мотлаҡ түгел икәнлеген белеү ҡамасауламай.


Тормошта беҙ – һәммәбеҙ ҙә ҡулланыусы, төрлө хеҙмәттәрҙән файҙаланыусы. Мәҫәлән, шул уҡ “гараж амнистияһы”на килгәндә, яңы закон проекты был милеккә хоҡуҡты рәсмиләштереү мөмкинлеген белеүҙе һәм ошо хоҡуҡтан файҙаланыуҙы аңлата. Күп кенә гараж кооперативтары совет осоронда барлыҡҡа килгән, шуға күрә уларҙың күбеһенең документтары юҡ. Был иһә граждандарға уларҙы һүтеп алыуға, милекте рәсмиләш­тереүгә йәки мираҫ итеп ҡалдырыуға ҡамасаулай ине. Яңы закон проекты иһә гараждарҙың хоҡуҡи статусын барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән.


“Гараж аминистияһы” 2004 йылдың 31 декабрендә барлыҡҡа килгән Ҡала төҙөлөшө кодексына тиклем булды­рылған гараждарға ҡағыла. Документта ҡоролмаларҙың бер ҡатлы һәм торлаҡ бинаһыҙ булыуы мотлаҡ икәнлеге әйтелә. Уның гараж кооперативына инеүе мөмкин, гараж урынлашҡан урындың дәүләткә ҡарауы мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта күп ҡатлы йорттар һәм рәсми комплекстар ҡарама­ғындағы гараждар был амнистияға эләкмәй.


Тағы бер нәмә хаҡында оноторға ярамай: “гараж амнистияһы” 2021 йылдың 1 сен­тябренән 2026 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ, тип күҙаллана.
Читайте нас