Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Июнь 2021, 14:00

Владимир Путин: "Юғары ышанысты аҡлау өсөн барыһын да эшләнегеҙ"

Ил Президенты Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлегенең етди яңырыуын билдәләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә еңгәндәр менән осрашҡанда Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлегенең етди яңырыуын билдәләне.
“Партия кешеләр менән тура, ғәҙел һөйләшеүҙән тайпылмай. Кәңәшләшергә, уларҙың тәҡдимдәрен күтәреп алырға, тәнҡитте ҡабул итергә әҙер. Алдан тауыш биреү кандидаттарҙы һайлап алыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә партияны даими үҫтереүгә, уның сафына үҙе яҡлы булғандарҙы, фекерҙәштәрҙе, эшлекле, маҡсатлы һәм битараф булмаған йәштәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыла”, – тине Президент.
Партия рәйесе Дмитрий Медведев һүҙҙәренсә, праймеризда пандемия ваҡытында үҙҙәрен әүҙем күрһәткәндәр ҙә күпләп ҡатнашҡан.
“Уларҙың күптәре ышаныслы еңеүгә өлгәште. Тимәк, партия үҙ сафына битараф булмағандарҙы, лайыҡлыларҙы, сағыу кешеләрҙе йәлеп итә. Шул иҫәптән “Рәсәй лидерҙары” кадрҙар проектында, партияның “Федераль ПолитСтартап”ында ҡатнашыусыларҙы, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан беҙҙең иптәштәрҙе”, – тип билдәләне Дмитрий Медведев.
Кандидаттар һәм йәмәғәтселәр менән осрашыу барышында 19 июндә уҙасаҡ съезда раҫланасаҡ партия программаһы ла ҡаралды.
“Юғары ышанысты аҡлау өсөн бөтәһен дә эшләнегеҙ. Һис һүҙһеҙ, һеҙҙең ныҡышмаллыҡ менән артабан да шулай буласаҡ”, – тине Владимир Путин.
“Берҙәм Рәсәй” уҙғарған праймеризда еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депататы Зариф Байғусҡаров та бар. Ул Салауат бер мандатлы һайлау округы буйынса көсөн һынап ҡараны.
“Пандемия ваҡытында, ауыр тормош һынауҙары мәлендә, ярҙамға килергә әҙер булған кешеләр күплеген күрҙек. Был ваҡытта йәштәрҙең ирекмәнлек итеүе ҡыуаныслы. Улар һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһа ла, ололарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн таныш булмаған ихаталар буйлап үтте. Кешеләргә бергәләп аҙыҡ-түлек, балаларына өйҙән тороп уҡыу өсөн планшеттар таратҡанда, мин быны үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ул егеттәрҙең ҡайһы берҙәре “Берҙәм Рәсәй” партияһының асыҡ рәүештә уҙғарған алдан тауыш биреүендә ҡатнашты, халыҡ улар өсөн тауыш бирҙе. Рәсәй Президенты менән тулыһынса килешәм, “Берҙәм Рәсәй” маҡсатлы, битараф булмаған кешеләр менән яңыра. Башҡортостандан еңеүселәрҙең дә күбеһе - инициативалы, битараф булмаған йәмәғәтселәр”, – тине Зариф Байғусҡаров.
Фото: “Берҙәм Рәсәй”.
Читайте нас