Закон буйынса, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән йорттарҙа инвалид коляскаһы менән инеп-сығып йөрөү өсөн пандустар ҡуйылырға тейеш. Әгәр булмаһа йәки сифатһыҙ икән, нимә эшләргә? Ошо һорауға яуап алыу маҡсатында Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа мөрәжәғәт иттек.
– 2017 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән һәм 2018 йылдың 9 ғинуарынан көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының инвалидтарға күп фатирлы йорт бинаһына тотҡарлыҡһыҙ инеүҙе тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса 15-се һәм 36-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 462-се федераль закон көсөнә инде. Уға ярашлы, инвалид йәшәгән күп фатирлы йорттағы дөйөм милектә урынлаштырыу тәртибенә талаптар билдәләнгән. Идара итеүсе компания дөйөм файҙаланыуҙағы милекте тейешенсә ҡарарға, кешеләр өсөн хәүефһеҙ шарттар булдырырға, шул иҫәптән бинаны һәм ундағы башҡа милекте файҙаланыуҙы тәьмин итергә тейеш. Күп фатирлы йорт менән идара итеү ысулынан (идара итеүсе компания, торлаҡ милекселәре берлеге, торлаҡ кооперативы) сығып, тейешле ойошма етәксеһе исеменә пандус урынлаштырыуҙы һорап хат яҙырға кәрәк. Унда подъезды һәм уны нисек урынлаштырыуҙы күрһәтеү ҙә мотлаҡ. Идара итеүсенең мөрәжәғәтен ҡарау, шулай уҡ яуап биреү тәртибе күп фатирлы йорт идаралығы менән килешеүҙә билдәләнә. Пандустарҙы проектлау һәм ҡуйыу параметрҙары “Аҙ хәрәкәт иткән халыҡ төркөмө өсөн биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың үтерлек булыуы” СНиПом 35-01-2001 регламентында күрһәтелгән.
Пандус булмаған йәки талаптарға яуап бирмәгән осраҡта, граждандарға Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Комитет тикшереү үткәрергә, етешһеҙлектәргә юл ҡуйылғанда, яуаплылыҡҡа тарттырырға тейеш.
Шулай уҡ хоҡуҡтары боҙолған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар йәшәгән урындары буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итә ала. Күҙәтеү органы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талаптарын үтәүгә күрһәтмә сығара. Шулай уҡ прокурор һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандың хоҡуғын яҡлап, күп фатирлы йорт менән идара иткән ойошманан был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе һәм пандус ҡуйыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә ала", – тип кәңәш бирҙе Зариф Байғусҡаров.